ВЛАСОВ Алексей Владимирович [15.4.1926, БАССР‑ҙыңӨфө кантоны Шөңгәккүл ҡсб (БР‑ҙың Шишмә р‑ны) — 21.3.2012, Өфө], инженер- иҡтисадсы. Иҡт. ф. д‑ры (1995). Ташкент т. юл транспорты инженерҙары ин‑тын тамамлағандан һуң (1952) Өфө т. юлында, 1957 й. алып 83‑сө почта йәшниге пр‑тиеһында (Ульяновск өлк.), 1963 й. — “Башнефтехимзаводы” ПБ‑нда, 1964 й. — Нефтте һаҡлау һәм ташыу ҒТИ‑нда, 1966 й. — СССР ФА БФ‑тың Иҡт. тикшеренеүҙәр бүлегендә эшләй, 1969—98 йй. ӨДНТУ‑ла уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге етештереүҙең иҡт. проблемаларына, нефть продукттарын ташыу, һаҡлау, бүлеүһәм файҙаланыу, ш. уҡ ресурстарҙы һаҡлау һәм экология мәсьәләләренә арналған. 370‑тән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Трубопроводный транспорт для перекачки высоковязких нефтепродуктов за рубежом. М., 1980 (авторҙ.); Проектирование и эксплуатация резервуарных парков для нефти и нефтепродуктов. М., 1982 (авторҙ.); Борьба с потерями нефтепродуктов при транспортировке и хранении (анализ и оценка потерь). М., 1984.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика