ВЛАСЕНКО Василий Тихонович (4.8.1946, Украина ССР‑ы Софиполь а.), инженер-технолог. Свердловск тау ин‑тын тамамлаған (1978). 1968 й. алып “Тувакобальт” комб‑тында эшләй: тау мастеры, карьер нач., участка начальнигы. 1975 й. башлап Учалы тау-байыҡтырыу комб‑тында: Учалы руднигыныңҡаҙып үтеүсеһе, тау мастеры, баш инженер урынбаҫары, 1977—90 йй. баш инженеры; 1994 й. алып Учалы ер аҫты руднигының участка нач., 1995 й. — баш инженеры, 1997 й. — нач. урынбаҫары, 1999—2006 йй. участка начальнигы. 1990—93 йй. Монголияла эшләй. В. ҡатнашлығында комб‑тта баҡыр- цинк-пирит мәғдәндәрен байыҡтырыу өсөн технологик процестар һәм ҡорамалдар эшләнәһәм индерелә. СССР МС‑ы пр. лауреаты (1988).

 Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика