ВИЛДАНОВ Тимербулат Миңлехан улы [5.4.1928, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Ҡаран-Бишенде а. (БР‑ҙың Туймазы р‑ны) — 28.1.2005, Өфө], Соц. Хеҙмәт Геройы (1976). РСФСР-ҙың атҡ. нефть һәм газ сәнәғәте хеҙм‑ре (1988), БАССР‑ҙың атҡ. нефтсеһе (1978), СССР‑ҙың почётлы нефтсеһе (1972). 1946—50 йй., 1955—94 йй. “Башнефть” ПБ‑ның Өфө быраулау эштәре идаралығында эшләй: быраулаусы ярҙамсыһы, быраулаусы, 1967 й. алып быраулау мастеры, 1983—87 йй. инженер-технолог. В. ҡатнашлығында яңы быраулау техникаһы һәм быраулау технологиялары ғәмәлгә индерелә, ш. иҫ. респ. тәүге тапҡыр электр м‑н быраулау ысулы ҡулланыла. Ҡушкүл, Сергеевка нефть ятҡылыҡтарын үҙләштереүгә өлөш индерә. БАССР ЮС‑ының 7‑се саҡырылыш депутаты. Ленин (1966, 1976), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1981) орд. м‑н бүләкләнгән.

Д.Ғ.Күскилдин

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

 

Яндекс.Метрика