ВИКУЛОВ Сергей Филиппович (9.9. 1933, Өфө), инженер-төҙөүсе. Техник ф. канд. (1970), иҡт. ф. д‑ры (1988), проф. (1989). РФ-тың атҡ. фән эшмәкәре (1995). Полк. (1977). А.Ф. Можайский ис. Ленинград Ҡыҙыл байраҡлы хәрби-һауа инженерлыҡ акад. тамамлаған (1958). 1952—93 йй. Ҡораллы көстәрҙә (СССР, РФ). 1958 й. алып СССР Оборона министрлығының 4-се Үҙәк ҒТИ-нда: 1962 й. башлап өлкән инженер-инспектор, 1970 й. — өлкән ғилми хеҙмәткәр. 1976 й. алып Финанс академияһында: 1987 й. — каф. нач., 1992 й. — хәрби финанс-иҡтисад ф‑ты нач. урынбаҫары; 1993 й. башлап РФ Президенты Хакимиәтендә, 1999 й. — Хәрби финанс-иҡтисад ун‑тында, 2006 й. — РФ Оборона министрлығының 46-сы Үҙәк ҒТИ-нда (бөтәһе лә — Мәскәү). Фәнни тикшеренеүҙәре хәрби төҙөлөш иҡтисады, илдең оборона һәләтен иҡтисади тәьмин итеү проблемаларына арналған. 300-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Хәрби иҡтисад һәм финанс проблемалары акад. президенты (1998 й. алып). 3-сө дәрәжә “СССР Хәрби көстәрендә Ватанға хеҙмәте өсөн” орд. м‑н бүләкләнгән (1986).

Х е ҙ м.: Военная экономика. М., 1999 (авторҙ.); Военно-экономический анализ. М., 2001; Экономика военного строительства: эволюция взглядов на проблемы, методы, решения. М., 2013.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке  

Яндекс.Метрика