АГАПЧЕВ Владимир Иванович (7.6.1944, Өфө — 14.9.2007, шунда уҡ), инженер-механик. Техник ф. д‑ры (1988), проф. (1990). РФ юғары мәктәбенең атҡ. хеҙм-ре (2005), БР‑ҙың атҡ. төҙөүсеһе (1998), СССР‑ҙың Газ сәнәғәте министрлығы отличнигы (1988). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1971) шунда уҡ эшләй: 1988 й. алып ғәмәли матем. һәм механика каф. мөдире, бер үк ваҡытта 1991—94 йй. инженерлыҡ-төҙөлөш ф‑ты деканы. Фәнни тикшеренеүҙәре полимер һәм композициялы материалдарҙан үткәргес торба системалары төҙөү м‑н бәйле. 300‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 20 уйлап табыу авторы. Д.И.Менделеев ис. Бөтә союз химия йәмғиәте пр. лауреаты (1985, 1986).

Хеҙм.: Конструирование, расчёт и применение полимерных и металлополимерных материалов и соединений. Уфа, 1985; Проектирование, строительство и эксплуатация трубопроводов из полимерных материалов. Уфа, 2002 (авторҙ.).

В.В.Бабков

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке