ВЕКСЕЛЬ (нем.Wechsel — алмаштырыу), ҡиммәтле ҡағыҙ төрө. Закон м-н ҡаралған формалағы яҙма бурыс йөкләмәһе. Заём алыусы (вексель биреүсе) тарафынан кредиторға (вексель эйәһенә) бирелә һәм һуңғыһына билдәле бер ваҡыт үткәндән һуң заём алыусынан күрһәтелгән аҡса суммаһын түләүҙе талап итеүгә хоҡуҡ бирә. Ябай һәм күсермәле В. була (түләүсе булып вексель биреүсе түгел, ә өсөнсө шәхес, ғәҙәттә, банк тора). Банк, ҡаҙнасылыҡ (ҡаҙна), коммерция, тауар, ипотека, финанс, сәнәғәт пр-тиелары һ.б. В. була. Номиналь, номиналдән түбән йәки проценты һөйләшеп килешелгән номиналь хаҡ б‑са һатып алына. Аҡса түләү һәм туплауҙың бер сараһы, банк кредиты алғанда һ.б. ваҡытта залог итеп файҙаланыла ала. Яңы иҡтисади сәйәсәт осоронда В. пр-тиелар һәм ойошмаларҙың хужалыҡ әйләнешендә киң ҡулланылыу таба. 1922 й. Вексель тураһындағы положение м-н көйләнгән В. әйләнеше 1930 й. кредит реформаһы м-н туҡтатыла һәм 1937 й. СССР ХКС-ы һәм ҮБК-ның «“Күсермәле һәм ябай вексель тураһындағы положение”ны ғәмәлгә индереү тураһында» ҡарары м‑н тергеҙелә. В. әйләнешенең роле 90‑сы йй. көсәйә, 1994 й. (1917 й. һуң тәүге тапҡыр) РФ-та ҡаҙнасылыҡ В. сығарыла, улар ҡыҫҡа ваҡытлы (3, 6 һәм 12 айға) дәүләт йөкләмәләренең төп төрҙәрен тәшкил итә. 1997 й. алып В. м-н бөтә операциялар “Күсермәле һәм ябай вексель тураһында” федераль закон м-н көйләнә. Башҡортостанда ябай В. киң ҡулланыла. В. эмиссияһын пр-тиелар һәм коммерция банкылары тормошҡа ашыра. Иң эре эмитенттар булып “Социнвестбанк”, Торлаҡ төҙөлөшө фонды, Төбәк үҫеш банкыһы, “УРАЛСИБ”, “Башкирэнерго”, “Газпром нефтехим Салават” ААЙ‑лары һ.б. тора.

 В.М.Резбаев, Р.Э.Әхтәмов

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика