ВАНЧУХИНА Любовь Ильинична (1.9.1952, Өфө), иҡтисадсы. Иҡт. ф. д‑ры (2000), проф. (2013). БР‑ҙың атҡ. иҡтисадсыһы (2008), РФ-тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм-ре (1998). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1974) шунда уҡ эшләй: 1978 й. алып бүлек нач., 1980 й. — баш бухгалтер, бер үк ваҡытта 1998 й. башлап бухгалтер иҫәбе һәм аудит каф. мөдире. Фәнни тикшеренеүҙәре юғары мәктәп иҡтисадына, ҡатмарлы иҡт. системалары м‑н идара итеүҙә финанс сараларының роленә арналған. 230‑ҙан ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Россия на пути к рынку: экономика, государство, безопасность и качество. М., 2001 (авторҙ.); Основы внешнеэкономической деятельности. СПб., 2011 (авторҙ.); Формирование и реализация механизмов инновационного развития на нефтедобывающих предприятиях. Уфа, 2013 (авторҙ.). 

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

 

Яндекс.Метрика