ВӘЛИХАНОВ Әғзәм Вәлихан улы [27.2.1927, БАССР‑ҙың Бөрө кантоны Бабай а. (БР‑ҙың Мишкә р‑ны) —6.10.2006, Мәскәү, Әлмәт ҡ. ерләнгән], хужалыҡ эшмәкәре. Соц. Хеҙмәт Геройы (1971). Техник ф. канд. (1970). ТАССР‑ҙың атҡ. нефтсеһе (1977), СССР‑ҙың почётлы нефтсеһе (1976). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. ӨНИ-не (1953) һәм Халыҡ хужалығы м‑н идара итеү ин‑тын (Мәскәү, 1974) тамамлаған. 1953 й. алып “Татнефть” ПБ‑ның нефть промыслаларында эшләй: 1965 й. башлап нач., 1976 й. — ген. директор. 1977 й. алып Мәскәүҙә: СССР‑ҙың нефть сәнәғәте министры урынбаҫары, 1985—87 йй. Бөтә Союз нефть һәм газ сәнәғәтенең ойоштороу, идара итеү һәм иҡтисад ҒТИ дир., 1990 й. башлап “Энергосбережение” АЙ ғилми етәксеһе, 1992— 94 йй. “Норд‑Вест” АЙ вице‑президенты. Ромашкин нефть ятҡылығын (ТР) үҙләштереүҙә ҡатнашҡан. 40‑ҡа яҡын фәнни хеҙмәт һәм 30‑ҙан ашыу уйлап табыу авторы. СССР ЮС‑ының 7—9‑сы саҡырылыш депутаты. Ленин (1966, 1971), Окт. Революцияһы (1976), 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985) орд. м‑н бүләкләнгән. Әлмәттә В. бюст ҡуйылған.

Х е ҙ м.: Очаговое заводнение — эффективный метод интенсификации разработки //Интенсификация разработки нефтяных месторождений. Казань, 1968 (авторҙ.); Разработка малопродуктивных коллекторов. Казань, 1970 (авторҙ.); Оптимизация процессов сбора, транспорта и подготовки нефти. Казань, 1971 (авторҙ.).

Әҙәб.: В а л и х а н о в А.В. //Герои труда. Уфа, 2011.

 К.С.Баймөхәмәтов

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика