ВӘЛИНУРОВА Лилиә Сабих ҡыҙы (29.5.1958, БАССР‑ҙың Балтас р‑ны Иҫке Яҡшый а.), иҡтисадсы. Иҡт. ф. д‑ры (2004), проф. (2005). РФ‑тың (2010) һәм БР‑ҙың (2006) атҡ. фән эшмәкәре. ӨДАТУ‑ны тамамлағандан һуң (1980) 1981 й. тиклем һәм 1984 й. алып шунда уҡ эшләй. 2001 й. башлап уҡытыу‑методика үҙәге дир., бер үк ваҡытта 2004 й. — Дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү акад. инновацион иҡтисад каф. мөдире, бер үк ваҡытта 2014 й. алып БДУ‑ның Иҡтисад, финанстар һәм бизнес ин‑тының инновациялар б‑са дир. урынбаҫары. Фәнни тикшеренеүҙәре төбәк иҡтисадына, хәҙ. иҡтисадтың инвестицион һәм инновацион процестарына арналған. В. тарафынан соц.‑иҡт. системаларға инвестициялар йәлеп итеүҙе баһалау методикалары, инновацион-инвестицион процестар м‑н һөҙөмтәле идара итеү моделе эшләнә. 220‑нән ашыу фәнни һәм уҡытыу‑методик хеҙмәт, ш. иҫ. вуздар өсөн дәреслектәр, авторы.

Х е ҙ м.: Управление развитием регионов и муниципальных образований в инновационной экономике. М., 2012; Инновационное развитие российской экономики: проблемы и перспективы. М., 2013 (авторҙ.); Формирование и развитие инновационных систем в регионе. М., 2014.

 Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика