ВӘЛИЕВ Рәфҡәт Нурый улы (15.10. 1931, ТАССР‑ҙың Ташлыҡ а.), конструктор. Ҡазан авиация ин‑тын тамамлағандан һуң (1962) 1993 й. тиклем ӨПЭПБ‑ла эшләй: 1964—72 йй., 1975—81 йй. һәм 1986—92 йй. КБ нач., 1972—75 йй. цех нач., 1981 й. алып баш конструктор урынбаҫары, 1984—86 йй. баш конструктор. В. етәкс. “Космос” сериялы юлдаштар өсөн команда‑иҫәпләү һәм иҫәпләү ҡорамалдары, “Восток”, “Восход”, “Союз” сериялы йыһан караптары, “Салют”, “Мир” орбиталь станциялары, “Прогресс” йөк ташыу карабы өсөн борт ҡоролмалары комплекттары, граждандар һәм хәрби самолёттарҙың пилотаж‑навигация комплекстары өсөн аппаратура эшләп сығарыу үҙләштерелә. СССР‑ҙың Дәүләт пр. лауреаты (1981). “Почёт Билдәһе” орд. м‑н бүләкләнгән (1976).

К.Ш.Гәрәева

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика