ДӘҮЛӘТШИН Рәшит Әхмәт улы (10.11.1943, БАССР‑ҙың Баймаҡ р‑ны Ҡолсора а.), ревматолог. Мед. ф. д‑ры (1986), проф. (1987). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1993), РФ‑тың атҡ. табибы (2003). БДМИ‑ны тамамлаған (1967), 1971 й. алып шунда уҡ эшләй: 1982 й. башлап өлкән ғилми хеҙм‑р, 1984 й. — 5‑се эске ағзалар ауырыуҙары каф., 1986 й. — иммунология курсы м‑н 2‑се госпиталь терапияһы каф. мөдире; бер үк ваҡытта 1991—99 йй. “Биоплант” ғилми-тикшеренеү һәм производство ин‑тының (Өфө) дир. урынбаҫары. Фәнни эшмәкәрлеге ревматоид артриттың һәм үпкә саркоидозының иммунопатогенезын өйрәнеүгә, уларҙы дауалауҙы яҡшыртыуға бәйле. Д. аутоиммун ауырыуҙар ваҡытында гормональ бәйлелек синдромының классификацияһын эшләй һәм комплекслы дауалау ысулын индерә. 420‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 7 уйлап табыу авторы. “Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” орд. м‑н бүләкләнгән (2006).

Хеҙм.: Ревматоидный артрит. Уфа, 1989; Болезни органов кровообращения. Уфа, 2001 (авторҙ.); Болезни органов дыхания. Уфа, 2002 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке