АГАДЖАНЯН Николай Александрович (28.1.1928, Әзербайжан ССР‑ы Хачмас а. — 27.12.2014, Мәскәү), физиолог. Рәсәй мед. ФА акад. (1993), БР ФА‑ның почётлы акад. (1991). Мед. ф. д‑ры (1968), проф. (1970). РФ‑тың атҡ. фән эшмәкәре (1998), РФ‑тың почётлы юғары белем биреү хеҙм‑ре (1997). Дағстан мед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1951) Мәскәүҙә эшләй: Мед.‑биол. проблемалары ин‑тында (1964 й. алып лаб. мөдире), 1981 й. башлап Рәсәй халыҡтар дуҫлығы ун‑тының нормаль физиология каф. мөдире. Фәнни хеҙмәттәре авиакосмик һәм экологик мед. проблемаларына, бейек тау физиологияһына, биоритмологияға арналған. А. йыһанда, бейек тауҙар һәм Алыҫ Төньяҡ шарттарында адаптация һәм тереклекте тәьмин итеү алымдарын өйрәнгән. 700‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. РФ Хөкүмәтенең фән һәм техника өлкәһендәге пр. лауреаты (2006). Ҡыҙыл Йондоҙ (1978), Халыҡтар дуҫлығы (1987) орд. м‑н бүләкләнгән.

Хеҙм.: Горы и резистентность организма. М., 1970 (авторҙ.); Медицина и космос. М., 1971; Экологическая физиология человека. М., 1997.

Р.Ш.Мағазов

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке