ГУБАРЕВ Евгений Михайлович (13.12.1903, Һарытау губ. Иҫке Жуковка а. — 3.4.1963, Дондағы Ростов ҡ.), биохимик. Биол. (1939) һәм мед. (1942) ф. д‑ры, проф. (1935). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1944). Һарытау ун‑тын тамамлаған (1926). 1934—45 йй. Өфөлә эшләй: БДМИ‑ның биохимия каф. мөдире, бер үк ваҡытта 1936 й. алып И.И.Мечников ис. Өфө эпидемиология һәм микробиология ҒТИ‑ның бүлек мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге формальдегидтың аҡһым берләшмәләренә тәьҫирен, эпилепсия ваҡытында матдәләр алмашыныуы боҙолоуын, дифтерия бактерияһы токсиндарының химик тәбиғәтен өйрәнеүгә бәйле. Г. ҡатнашлығында септик ангинаның этиологияһы өйрәнелә. Г. лепра ауырыуын дауалау өсөн дифтероль препаратын эшләй һәм дауалау практикаһына индерә. 70‑кә яҡын фәнни хеҙмәт авторы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орд. м‑н бүләкләнгән (1954).

Хеҙм.: Бактериохимия. Киев, 1952; Биохимия чумного микроба. М., 1958; Основные процессы обмена веществ у микробов. М., 1961.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика