ҒӨБӘЙҘУЛЛИН Ренат Рәмил улы (10.6.1973, Өфө), анестезиолог-реаниматолог. Мед. ф. д‑ры (2006). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1996) 2000 й. тиклем ашығыс мед. ярҙамы дауаханаһында, бер үк ваҡытта 4‑се бала табыу йортонда (икеһе лә — Өфө) эшләй. 2001 й. алып Мәскәүҙә: Рәсәй халыҡтар дуҫлығы ун‑тында, 2005 й. — РФ Президенты эштәре идаралығында (Клиник дауаханала бүлек мөдире, бер үк ваҡытта 2007 й. башлап Уҡытыу-ғилми мед. үҙәгендә уҡыта). Фәнни эшмәкәрлеге операциянан һуңғы когнитив дисфункцияны, гемодинамиканың киҫкен боҙолоуҙарын аҙайтыу һ.б. мәсьәләләргә арналған. Ғ. ҡатнашлығында яһалма һулыш алдырған ауырыуҙарҙың тын алышы биомеханикаһының рестриктив боҙолоуын дифференциаль диагностикалау ысулы, “Кеше организмында түбән баҫым үҙгәрештәрен анализлау системаһы” компьютер программаһы һ.б. эшләнгән. 50‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 3 уйлап табыу авторы.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика