ГРАНОВ Лев Григорьевич (18.12.1906, Минск губ. Игумен ҡ. — 1997, Мәскәү), хирург. Мед. ф. д‑ры (1955), проф. (1956). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Белорус ун‑тын тамамлаған (Минск, 1928). 1959—66 йй. БДМИ‑ның госпиталь хирургияһы каф. мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге хәрби-ялан һәм дөйөм хирургия, ш. иҫ. бейек тау шарттарында йәрәхәттәрҙең төҙәлеү процесын өйрәнеү проблемаларына арналған. Г. баш һөйәге зарарланыуын диагностикалау ысулдарын эшләй һәм дауалау практикаһына индерә. Г. етәкс. 1961 й. Респ. клиник дауаханаһында республикала тәүге күкрәк хирургияһы бүлеге  асыла. 50‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1945), Ҡыҙыл Йондоҙ (1944) орд. м‑н бүләкләнгән.

Хеҙм.: Вопросы клинической хирургии. Уфа, 1964.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика