ГОСПИТАЛДӘР (лат. hospitalis — ҡунаҡсыл), яралы һәм ауырыу хәрби хеҙм‑рҙәргә һәм уларға тиңләштерелгән кешеләргә мед. ярҙамы күрһәтеү өсөн тәғәйенләнгән дауалау учреждениелары. Даими һәм ваҡытлы (һуғыш ваҡытында ғына ойошторола һәм эшләй) Г. була. Даими Г. гарнизон, округ, үҙәккә буйһонған һәм ҡораллы көстәрҙең айырым төрҙәренә (Хәрби-һауа көстәре, Хәрби-диңгеҙ флоты һ.б.) буйһонған Г. бүленә; ваҡытлы Г. хәрәкәттәге ялан һәм эвакуация госпиталдәренә айырыла. Башҡортостанда тәүге Г. 18 б. уртаһында хеҙмәтле кешеләр өсөн асыла; 19 б. уртаһында Башҡорт ғәскәре эргәһендә Г. ойошторола. 18 б. 2‑се ярт. тау заводтары (мәҫ., Богоявленск заводы, Верхотор заводы, Үрге Троицк заводы) эргәһендә асылған дауахана һәм медпункттар башта ш. уҡ Г. тип аталған. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында БАССР терр‑яһында 50‑нән ашыу эвакогоспиталь урынлашҡан.

Һуғыш ветерандары өсөн республика клиник госпитале, дәүләт бюджет һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы. Бөйөк Ватан һуғышы, хәрби хәрәкәттәр һәм контртеррористик операциялар инвалидтарына һәм ҡатнашыусыларына, ш. уҡ уларға тиңләштерелгән кешеләргә мед. ярҙамы күрһәтә. Поликлиникаһы (сменаға 200 кеше ҡабул итә) һәм стационары (260 койка) бар. Дауалау-консультация ярҙамын 23 табип-белгес күрһәтә. 2011 й. 63 табип һәм 151 урта мед. хеҙм‑ре эшләгән; 43 меңдән ашыу кеше ҡабул ителеүе теркәлгән, 5 меңдән ашыу кеше стационар ярҙам алған. 20 б. 20‑се йй. алып Өфөнөң ҡала дауаханаһы булараҡ билдәле. Б.В. һуғышы йылдарында дауахана базаһында 1741‑се эвакогоспиталь урынлаштырыла. 1954 й. башлап — Өфөнөң 1‑се ҡала клиник дауаханаһы, 1992 й. — Өфө хакимиәте һаулыҡ һаҡлау идаралығының һуғыш ветерандары өсөн ҡала Г., 2011 й. хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә. 1917 й. бинала Ҡораллы халыҡ хәрби ойошмаларының Өфө губерна штабы урынлашҡан.

БР буйынса Рәсәй Эске эштәр министрлығының медицина-санитария бүлеге госпитале. БР б‑са ЭЭМ, БР Юстиция министрлығының Яза үтәү федераль хеҙмәте баш идаралығы, БР б‑са РФ‑тың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Янғынға ҡаршы дәүләт хеҙмәте идаралығы хеҙм‑рҙәренә, атап кителгән ведомстволар пенсионерҙарына һәм уларҙың ғаилә ағзаларына мед. ярҙамы күрһәтә. Поликлиникаһы (сменаға 600 кеше ҡабул итә) һәм стационары (140 койка) бар. Дауалау-консультация ярҙамын 32 табип-белгес күрһәтә. 2011 й. 90 табип һәм 163 урта мед. хеҙм‑ре эшләгән; 300 меңдән ашыу кеше ҡабул ителеүе теркәлгән, 2 меңгә яҡын кеше стационар ярҙам алған. 1928 й. БАССР‑ҙың Эске эштәр ХК медпункты булараҡ асыла, 1991 й. алып БР ЭЭМ‑ы дауаханаһы, 2001 й. — БР ЭЭМ‑ы Г., 2006 й. хәҙ. исемен йөрөтә.

РФ Оборона министрлығының Өфө хәрби гарнизон госпитале. 1941 й. СССР оборона ХК‑һының 1742‑се эвакогоспитале булараҡ асыла, 1945 й. алып СССР Ҡораллы көстәре министрлығы Г., 1961 й. хәҙ. исемен йөрөтә, 2010 й. ябыла. Өфө гарнизоны хәрби хеҙм‑рҙәренә, хәрби хеҙмәткә саҡырылғандарға, запастағы офицерҙарға мед. ярҙамы күрһәткән, хәрби табиптар экспертизаһын үткәргән. Поликлиникаһы (сменаға 70 кеше ҡабул иткән) һәм стационары (80 койка) булған. Дауалау-консультация ярҙамын 21 табип-белгес күрһәткән.  2005 й. 33 табип һәм 54 урта мед. хеҙм‑ре эшләгән; 20 меңдән ашыу кеше ҡабул ителеүе теркәлгән, 2 меңдән ашыу кеше стационар ярҙам алған.

БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының һуғыш ветерандары өсөн Өфө туберкулёз госпитале. 20 б. башында Психиатрия дауаханаһы №1 бүлеге булараҡ асыла. Б.В. һуғышы йылдарында дауахана базаһында эвакогоспиталь урынлаштырыла. 1947 й. алып Б.В. һуғышы инвалидтарының туберкулёз Г., 1994 й. хәҙ. исемен йөрөтә, 2011 й. — Һуғыш ветерандары өсөн респ. клиник Г. составында. 130 койкаға иҫәпләнгән стационары булған. 2005 й. 13 табип һәм 44 урта мед. хеҙм‑ре эшләгән; 1,2 меңгә яҡын кеше стационар ярҙам алған.

Әҙәб.: Гладких П.Ф., Корнюшко И.Г., Локтев А.Е. Очерки истории отечественной военной медицины. Кн. 3. Медицинская служба русской армии накануне и в ходе Первой мировой войны, 1906—1917 гг. Уфа, 2006.

А.У.Кинйәбулатов, Б.В.Усатов

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

 

Яндекс.Метрика