ГОРМОНОТЕРАПИЯ (гормондар һәм терапия), тәбиғи гормондар йәки уларҙың синтетик аналогтарын ҡулланып дауалау ысулы. Гормональ препараттар организмдың биохимик процестарын һәм нейроэндокрин-иммун системаһы функцияларын көйләй. Г. төрҙәре: алмаштырыусы (эндоген гормондың етешмәгән секрецияһын ҡаплатыу), баҫыусы (гормон секрецияһын баҫыу) һәм фармакодинамик (ауырыу барышына йоғонто яһау). Эндокрин (шәкәр диабеты, боғаҡ һ.б.) һәм эндокрин булмаған (артрит, аллергия ауырыуҙары, киҫкен миокард инфаркты, кома хәлдәре һ.б.) ауырыуҙарҙы дауалағанда тәҡдим ителә. Бөйөр етешмәүсәнлеге, сей яра ауырыуы, ауыр формалағы гипертония ауырыуы һ.б. булғанда ҡулланырға ярамай. 20 б. 60‑сы йй. башынан Медицина университетында полиартритты (А.Х.Түрйәнов, Ш.И.Әхмәтйәнова), балаларҙа ревматизмдың ауыр формаларын (С.Е.Беляев, Л.Д.Ғатауллина һ.б.), ревматоид артритты (Р.Ә.Дәүләтшин) дауалағанда Г. ҡулланыу б‑са фәнни тикшеренеүҙәр алып барыла. 2000 й. алып Аграр университетта хайуандарҙың иммунитетын булдырыуҙа Г. роле өйрәнелә: гормональ һәм иммун боҙолоуҙарын калий йодиды һәм биологик актив матдәләр ҡулланып коррекциялау ысулдары эшләнә (Р.Т.Маннапова, С.Н.Әүхәтова).

Р.Ә.Дәүләтшин

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика