ГОНОРЕЯ (гр. gonos — орлоҡ һәм rheo — ағам), кешенең бәүел-енес системаһын зарарлаусы инфекцион ауырыу. Г. тыуҙырыусылар — Neisseria gonorrhoeae заты бактериялары, 56°С ашыу йылытҡанда, антисептик саралар һәм УФ-нурҙар тәьҫире аҫтында үләләр. Киҫкен (оҙайлығы 2 айға тиклем) һәм хроник (2 айҙан ашыу) формаларҙа була. Енси юл м‑н, һирәгерәк көнкүрештәге бәйләнеш аша, яңы тыуған балаларға ауырыу әсәнең бала табыу юлдары аша үткәндә йоға. Инкубация осоро 3—5 көн. Төп симптомдары: ауыртынып һәм йыш бәүел бүлеп сығарыу, бәүел юлында әрнеү һиҙеү, унан лайлалы-эренле бүлендек сығыу, ҡайһы берҙә тән т‑раһы күтәрелеү, эстең аҫҡы өлөшөндә ауыртыу, дөйөм хәлһеҙлек һ.б. Диагностика өсөн клиник һәм лаб. (бактериологик, бактериоскопик һәм иммунологик) тикшереү мәғлүмәттәре ҡулланыла. Дауалау медикаментоз (антибиотиктар, сульфаниламидтар һ.б.). Ихтимал булған өҙлөгөүҙәр: түлһеҙлек, ҡатын-ҡыҙҙарҙа — менструаль циклдың боҙолоуы, сальпингит һ.б., ирҙәрҙә — простатит, фимоз, орхоэпидидимит һ.б. Иҫкәртеү: енси тәрбиә, шәхси гигиенаны үтәү һ.б. Башҡортостанда 100 мең кешегә 2006 й. — 49,0; 2008 — 35,7; 2010 й. 27,6 Г. м‑н ауырыусы теркәлгән. БДМИ‑ла 20 б. 30—50‑се йй. ауыл ерендә Г. эпидемиологияһы (М.М.Брумберг), ҡатын-ҡыҙҙарҙа Г. хроник формалары (А.И.Картамышев, В.А.Майорский һ.б.) тикшерелә, 60—80‑се йй. Г. м‑н ауырығандарҙы лаб. диагностикалау, дауалау, диспансерлаштырыу мәсьәләләре өйрәнелә (М.М.Ғафаров, Е.А.Медведева, М.Г.Сендерович һ.б.). 90‑сы йй. алып Г. эпидемиологияһы, клиник барышы үҙенсәлектәре, иҫкәртеү б‑са тикшеренеүҙәр алып барыла (Т.М.Ғафаров, Ю.З.Ҡудашев, Медведева).

М.М.Ғафаров

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика