АВТОТРОФТАР (авто... һәм гр. trophe — аҙыҡ), углерод сығанағы сифатында углекислый газ ҡулланып, органик булмаған матдәләрҙән йәшәү сығанағы өсөн кәрәкле органик матдәләр синтезлаусы организмдар. А. фототрофтарға һәм хемотрофтарға бүленә. Фототрофтарға биосферала органик матдәләрҙе барлыҡҡа килтереүҙә ҙур әһәмиәткә эйә булған ҡатмарлы төҙөлөшлө үҫемлектәр, ш. уҡ фотосинтез процесында яҡтылыҡ энергияһын ҡулланыусы ылымыҡтар, лишайниктар, ҡайһы бер бактериялар инә. Хемотрофтарға органик булмаған матдәләрҙең окисланыу реакцияларынан энергия алыусы тимер бактериялары, көкөрт бактериялары ҡарай. Тирә‑яҡ мөхиттең төрлө шарттарында үҫемлектәрҙең фотосинтез процестарын өйрәнеү Башҡорт дәүләт университетында (З.Ф.Рахманҡолова, И.Й.Усманов) алып барыла.

Н.Ә.Кирәева

Тәрж. Х.А.Шәрипова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.