ГЛЕБОВА Надежда Николаевна (5.6.1925, БАССР‑ҙың Өфө кантоны Топорнин а., хәҙ. БР‑ҙың Кушнаренко р‑ны Кушнаренко а.), акушер-гинеколог. Мед. ф. д‑ры (1977), проф. (1979). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1984), БАССР‑ҙың атҡ. табибы (1972), СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1969). БДМИ‑ны тамамлаған (1947). 1950 й. алып БАССР Һаулыҡ һаҡлау министрлығында, 1952—2011 йй. БДМУ‑ла (1979—90 йй. 2‑се акушерлыҡ һәм гинекология каф. мөдире) эшләй. Фәнни тикшеренеүҙәре ҡатындарҙы йөклө булғанда һәм бала табыу патологияһына бәйле реабилитациялау проблемаларына арналған. Г. ҡатындарҙа эске енси ағзалар патологияһы булғанда, йомшаҡ бала табыу юлдары һәм янбаш һөйәктәре йәрәхәтләнгәндә реконструктив-пластик операциялар яһау ысулдарын; икенсе триместрҙа йөклөлөктө яһалма юл м‑н өҙөү, бала тапҡандан һуңғы инфекцияларҙы иҫкәртеү һәм дауалау ысулдарын эшләй, гәмәлгә индерә. 460‑тан ашыу фәнни хеҙмәт, 10 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Кафедра акушерства и гинекологии №2 Башкирского государственного медицинского университета (1979—2004). Уфа, 2004 (авторҙ.); Реабилитация женщин, перенёсших абдоминальные и трансвагинальные операции в акушерстве и гинекологии. Уфа, 2007 (авторҙ.); Ошибки и ятрогении в акушерской и гинекологической практике. Уфа, 2011 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика