ГЛАУКОМА (гр. glaucoma — күҙ яҫмығының күкһелләнеп томаланыуы), һары һыу, күреү нервыһының трофик боҙолоуы һәм күҙ эсе баҫымы күтәрелеүе хас булған күҙ ауырыуы. Тыумыштан булған һәм барлыҡҡа килгән, беренсел (асыҡ һәм ябыҡ мөйөшлө; күҙ эсе шыйыҡсаһының ағып сығыуы ауырлашыу һөҙөмтәһендә үҙенән-үҙе барлыҡҡа килә) һәм икенсел (төрлө ауырыуҙарҙан ҡалған өҙлөгөү булараҡ) Г. айырыла. Киҫкен һәм хроник формаларҙа үтә. Төп симптомдары: күреүҙең ваҡытлыса томанланыуы, яҡтылыҡ сығанағы тирәләй йәйғор төҫлө түңәрәктәр барлыҡҡа килеү, күҙ мөгөҙсәһенең шешенеүе һәм томаланыуы, күреү майҙаны тарайыу, күҙ һәм баштың көслө өйәнәктәре. Диагностика өсөн инструменталь (тәүлек әйләнәһенә күҙ эсе тонометрияһы, офтальмо- һәм гониоскопия) тикшереү мәғлүмәттәре ҡулланыла. Дауалау медикаментоз һәм хирургик. Дауаламағанда һуҡырайыуға килтерә. Иҫкәртеү: 40 йәштән уҙғандарҙы диспансерлаштырыу, сәләмәт йәшәү рәүеше һ.б. Башҡортостанда 100 мең кешегә 2006 й. — 915,8; 2008 — 1023,3; 2010 й. 3390,7 Г. м‑н ауырыусы теркәлгән. Күҙ ауырыуҙары институтында һәм Медицина университетында асыҡ мөйөшлө һәм икенсел (А.Э.Бабушкин, С.И.Сөнәева), тыумыштан булған (М.Т.Аҙнабаев, Р.Ә.Аҙнабаев, И.С.Зәйдуллин, Т.М.Калинина) һәм диабетик (М.Т.Аҙнабаев, Зәйдуллин) Г. дауалау ысулдары, лазер (Н.М.Карпенко, Б.Т.Фәттәхов) һәм микроэндоскоп (Б.М.Аҙнабаев, Г.С.Кригер һ.б.) м‑н дауалау ысулдарын, Г. диагностикалауҙа ультратауыш допплерографияһын (С.Р.Кидралеева һ.б.) ҡулланыу, Г. һәм катаракта булғанда берләштерелгән операциялар үткәреү (Б.М.Аҙнабаев, З.Ф.Әлимбәкова) алымдары тикшерелә. Күҙ һәм пластик хирургия үҙәгендә аллоплант файҙаланып хирургик дауалау ысулдары эшләнгән (В.Ү.Ғәлимова, Г.Ғ.Корнилаева, Э.Р.Мулдашев һ.б.).

Әҙәб.: Мулдашев Э.Р., Корнилаева Г.Г., Галимова В.У. Осложнённая глаукома. М. [и др.], 2005.

Б.М.Аҙнабаев

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика