ГИПЕРТОНИЯ АУЫРЫУЫ, эссенциаль артериаль гипертензия, артыҡ артериаль баҫым (АБ) һәм ҡан тамырҙарының тонусы боҙолоуы м-н билдәләнгән йөрәк-ҡан тамырҙары системаһының хроник ауырыуы. АБ кимәленә, хәүеф факторҙары булыуына, ауырыу тыуыуға сәбәпсе булған ҡайһы бер ағзаларҙың – “сәптәрҙең” зарарланыуына бәйле 1-се, 2-се һәм 3-сө дәрәжә һәм стадияларға айырып йөрөтәләр. Г.а. үҫешенә нәҫелдән килгән бирешеүсәнлек, стресс, гиподинамия, дислипидемия, һимереү, тәмәке тартыу һ.б. булышлыҡ итә. Төп симптомдары: АБ терегөмөш бағанаһынан 140/90 мм юғарыраҡ, баш һәм йөрәк тапҡырында ауыртыу, баш әйләнеү, оҙайлы симптомһыҙ булыуы ихтимал. Диагностикаһы инструменталь, клиник һәм лаб. тикшеренеүҙәр мәғлүмәттәренә нигеҙләнә. Дауалау: медикаментоз, диетотерапия, физиотерапия һ.б. Ихтимал булған өҙлөгөүҙәр: инсульт, йөрәктең ишемия ауырыуы, хроник йөрәк һәм бөйөр етешмәүсәнлеге һ.б. Иҫкәртеү: диспансерлаштырыу, хәүеф факторҙарын төҙәтеү һ.б. Башҡортостанда юғары ҡан баҫымы м-н ауырыған ололар 100 мең кешегә түбәндәгесә теркәлгән: 2006 й. – 11911,1; 2008 й. – 11072,0; 2010 й. – 28469,7. Медицина университетында Г.а. проблемалары б-са фәнни тикшеренеүҙәр 20 б. 70-се йй. алып барыла: Өфөнөң эре сәнәғәт пр‑тиелары хеҙм-рҙәре араһында Г.а. таралыуы өйрәнелә (Л.Н.Минһажетдинова), Г.а. ферментты ангиотензинға әйләндереүсе ингибиторҙар, ангиотензин II рецепторҙар блокаторҙары, статиндар һәм антиоксиданттар ҡулланып (Ә.Н.Закирова), метаболик синдромлы Г.а. дауалау өсөн антигипертензив терапияға  гиполипидемик саралар өҫтәп (Э.Р.Сыртланова) диагностикалау һәм дауалау ысулдары, йөрәкте ремоделирлау типтарын билдәләү алымдары (А.Г.Берг) эшләнә, шәкәр диабеты һәм эске ағзаларҙың башҡа ауырыуҙары булғанда Г.а. алдан диагностикалау һәм дауалау ысулын билдәләү өсөн АБ тәүлек буйы контролдә тотоу алымын ҡулланыу нигеҙләнә (Э.Х.Әхмәтйәнова). 2000 й. башлап метаболик синдромлы Г.а. булған ауырыуҙарҙың кардиореналь мөнәсәбәттәре һәм эндотелий дисфункциялары принциптарын (Закирова, З.Р.Ғафурова), углевод‑энергетик һәм липид алмашыныуын (С.А.Фрид), диован (Е.А.Кунах), диратон (Л.М.Карамова), квадраприл (О.А.Филиппова), индапамид (Г.М.Сөләймәнова), натрий фозиноприлы (С.П.Шарапова) һ.б. препараттар ҡулланыуҙың һөҙөмтәлелеген өйрәнеү б-са фәнни тикшеренеүҙәр алып барыла, эре ҡала шарттарында артериаль гипертензияның мед.-соц. аспекттары һ.б. билдәләнә (В.Ю.Лузин, Т.Г.Масычева). 2004 й. алып Г.а. булған пациенттар һәм уларҙың туғандары өсөн БР-ҙың дауалау-иҫкәртеү учреждениеларында өйрәтеүсе “Һаулыҡ мәктәптәре” ойошторолған.

Әҙәб.: Бакиров А.Б., Люсов В.А., Ахметзянова Э.Х. Суточное мониторирование артериального давления: значение метода в диагностике артериальных гипертензий различного генеза. Уфа, 2010.

Ә.Н.Закирова, Р.М.Хәмиҙуллина

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика