ГИПЕРВИТАМИНОЗДАР (гр. hyper — артыҡ һәм витаминдар), организмдың артыҡ витамин ҡабул итеүҙән ағыуланыуы. А һәм Д Г. айыралар (башҡа витаминдарҙы артыҡ күп ҡулланыуҙан Г. барлыҡҡа килеү ихтималлығы етерлек өйрәнелмәгән). Киҫкен һәм хроник формаларҙа үтә. Киҫкен А Г. төп симптомдары: баш ауыртыу, йөҙ гиперемияһы, уҡшыу, ҡоҫоу, диарея, йоҡо килеү, һүлпәнлек; хроник — баш һәм быуындар ауыртыу, ҡан килеү, күреү һәләте боҙолоу, тире аҫты шештәре, кортикаль гиперостоздар. Киҫкен Д Г. төп симптомдары: аппетит юғалыу, йоҡо ҡасыу, уҡшыу, ҡоҫоу, эс ҡатыу һәм диарея, эс һәм бил ауыртыу; хроник — бөйөр, бауыр һәм йөрәк функциялары боҙолоу. Диагностика клиник, рентгенологик һәм лаб. тикшереү мәғлүмәттәренә нигеҙләнә. Дауалау: витамин препаратын ҡулланыуҙы туҡтатыу, диетотерапия. Ихтимал булған өҙлөгөүҙәр: пиелонефрит, ангиокальциноз, нефролитиаз, миокард дистрофияһы, ағыуланыу гепатиты һ.б. Иҫкәртеү: витамин препараттарын ҡабул итеүгә табип күҙәтеүе, майлы балыҡ, поляр хайуандар бауыры м‑н туҡланыуҙы сикләү. Медицина университетында Г. дауалау һәм иҫкәртеү б‑са фәнни тикшеренеүҙәр алып барыла (Ф.Х.Камилов, В.И.Ҡыясова, Ә.Ф.Ҡәйүмова, Н.А.Мофазалова һ.б.). Шулай уҡ ҡара: Витаминдар етешмәүе.

Әҙәб.: Ефремов В.В. Нарушения, возникающие в организме человека при повышенном приёме некоторых витаминов //Гигиена питания. М., 1957; Бауман В.К. Биохимия и физиология витамина Д. Рига, 1989.

Ф.Х.Камилов

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика