ҒИЗЗӘТУЛЛИН Абдулла Ғөбәйҙулла улы [5.5.1904, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Ибраһим а. (БР‑ҙың Шишмә р‑ны) — 15.3.1945, Альтдамм ҡ., Германия], Советтар Союзы Геройы (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1942 й. дек. алып Брянск, Көньяҡ‑Көнбайыш, Сталинград, Үҙәк, Белоруссия, 2‑се һәм 1‑се Белоруссия фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 16‑сы гвардия Чернигов кавалерия дивизияһы 60‑сы гвардия полкы 2‑се эскадронының отделение ком. гвардия сержанты Ғ. 1943 й. 18 сент. Березна, 20 сент. Лопатино аа. (икеһе лә — Украина ССР‑ы) өсөн алыштарҙа, 28 сент. Галки а. (Белорус ССР‑ы) янында Днепр й. аша сыҡҡанда һәм уң яҡ ярҙағы плацдармды һаҡлап ҡалыуҙа күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Ленин (1944), 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1943) орд. м‑н бүләкләнгән. Тыуған ауылында урта мәктәпкә һәм урамға уның исеме бирелгән, Шишмә ҡасабаһында бюст ҡуйылған.

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика