ГИГИЕНА (гр. hygieinos – һаулыҡҡа булышлыҡ итеүсе), кеше һаулығына тышҡы мөхит һәм хеҙмәт шарттары факторҙарының тәьҫирен өйрәнгән, халыҡты һауыҡтырыу б-са санитария-гигиена нормативтарын һәм сараларын эшләгән мед. фәне. Балалар һәм үҫмерҙәр, туҡланыу, хеҙмәт, хәрби, коммуналь, радиация Г. һ.б. бүленә. Башҡортостанда Г. б-са фәнни тикшеренеүҙәр 20 б. 1-се сирегендә Санитария-бактериология ин-тының (ҡара: “Иммунопрепарат”) санитария-гигиена лаб. башлана. 30-сы йй. башында Ағиҙел һәм Ҡариҙел йй. һыуының ағыҙыу‑ таҙартыу һәләтлеге, Стәрлетамаҡ, Өфө ҡҡ. сәнәғәт пр-тиеларын һыу м-н тәьмин итеү торошо б‑са тикшеренеүҙәр үткәрелә (М.В.Гольштейн, Р.М.Павлинова һ.б.). 30-сы йй. уртаһында — 50‑се йй. башында БДМИ-ла Н.Ф.Емельянов етәкс. эсәр һыуҙы дезинфекциялап зарарһыҙландырыу б-са саралар комплексы эшләнә (Б.С.Гологорский, О.А.Смородинцева һ.б.). Нефть һәм нефть эшкәртеү сәнәғәте үҫеш алғас, нефтехимия сәнәғәтендә хеҙмәт Г. тикшеренеүҙәрҙең өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе була. 50—70-се йй. юғары көкөртлө нефть эшкәртеү м-н шөғөлләнгән эшселәрҙең һаулығына хеҙмәт шарттарының тәьҫире өйрәнелә (Й.Н.Асҡарова, А.И.Копанев һ.б.), зарарлы хеҙмәт шарттарында производство эшселәре өсөн даими мед. тикшереүе үткәреү кәрәклеге нигеҙләнә (И.Н.Дьяконова, П.Р.Комаров һ.б.). 70—80-се йй. геохимик факторҙарҙың (климат шарттары, атмосфера һауаһы составы, сәнәғәт ташландыҡтары һ.б.) төбәк үҙенсәлектәре һәм уларҙың эндемик боғаҡ (Асҡарова), анемия (Р.Я.Рублик), теш кариесы (Т.А.Байбурина, А.А.Сатаева) үҫешенә тәьҫире өйрәнелә, уларҙы иҫкәртеү ысулдары эшләнә; 80—90-сы йй. эшселәр һаулығына зарарлы хеҙмәт шарттарының йоғонтоһо өйрәнелә (А.Г.Заеров, Е.Н.Мурысёва, Н.Х.Шәрәфетдинова). Ҡала (Н.Н.Егорова, Л.Б.Овсянникова, З.Ф.Сабирова) һәм ауыл (Ә.Я.Шәрәфетдинов) халҡы һаулығының соц.-гигиеник проблемалары б‑са комплекслы тикшереү үткәрелә. 2000 й. алып эшселәр һаулығына полицикллы ароматик углеводородтар тәьҫире өйрәнелә (Ф.Х.Камилов, Р.Р.Фәрхетдинов, Д.Ф.Шакиров һ.б.), балаларҙың физик үҫешенең төбәк стандарттары (М.Я.Бурдыгина, Х.З.Шубина), уҡыусылар өсөн уҡыу йөкләмәһенең гигиена нормативтары (В.Я.Киселёв, Л.В.Ламехова, Т.М.Сәләхов) эшләнә. 70—80-се йй. Г. фәнни нигеҙҙәрен эшләү б‑са респ. төп учреждениеһы Өфө гигиена һәм һөнәри ауырыуҙар ҒТИ (ҡара: Хеҙмәт медицинаһы һәм кеше экологияһы институты) була. Институт ғалимдары нефть сығарыу һәм эшкәртеү, нефтехимия сәнәғәте (М.К.Ғәйнуллина, З.Ш.Заһиҙуллин, Л.М.Карамова, Ғ.М.Мөхәмәтова, З.С.Тереғолова, Ф.С.Хөсәйенова һ.б.), синтетик каучуктар производствоһы (В.И.Бойко, Э.А.Ҡапҡаев һ.б.) эшселәре һаулығына хеҙмәт шарттарының тәьҫирен тикшерә. Нефтехимия һәм нефть эшкәртеү з-дтарының сәнәғәт һәм санитария зоналары өйрәнелә (М.Л.Красовицкая), респ. нефтехимия комплекстарының сәнәғәт ташландыҡтары таралыу алыҫлығының климат шарттарына бәйлелеге билдәләнә (Т.С.Әлибаев, А.С.Щелчкова һ.б.), Ырымбур газ-конденсат ятҡылығын үҙләштергәндә гигиеник тикшеренеүҙәр алып барыла (А.Г.Корнилов, Н.Р.Рәхмәтуллин), респ. гидротехник ҡоролмалары проекттарына гигиеник баһа бирелә (Д.С.Хурамшин), Ағиҙел й. бассейнының һыу ресурстарын комплекслы файҙаланыу һәм һаҡлау схемаһы (Ф.Ғ.Мырҙаҡаев), “Тәбиғәтте һаҡлау. Гидросфера. Ҡоро ерҙә нефть быраулағанда һәм нефть, газ сығарғанда һыуҙарҙы бысраныуҙан һаҡлауҙың дөйөм ҡағиҙәләре” СССР дәүләт стандарттарының (1986) гигиеник нигеҙҙәре эшләнә (М.А.Ғәлиев). Сәнәғәт пр‑тиеларының эшсе зонаһы һауаһында (О.Н.Дубинина, Г.Г.Максимов һ.б.), асыҡ һыу ятҡылыҡтары һыуында (Мырҙаҡаев) һәм тупраҡта (Л.О.Осипова, С.М.Сафонникова) химик матдәләр ПДК-һы билдәләнә. Тирә-яҡ мөхиттең диоксиндан бысраныуына (Э.А.Круглов, В.Н.Майстренко һ.б.) һәм туҡланыу продукттарына (Н.И.Симонова һ.б.), ш. уҡ ҙур ҡалаларҙа торлаҡ йорттарҙа йәшәү шарттарына (Р.Ә.Сөләймәнов), эшселәр һәм уларҙың ғаиләләренең һаулығы торошона (Г.Р.Бәшәрова) гигиеник баһа бирелә. Берләшкән (тауыш һәм углеводородтар; В.А.Полянский), ҡатнаш (көкөртлө водород һәм углеводородтар; З.Х.Филиппова) һәм комплекслы (бензин һәм хлорлы метилен; Максимов) токсик матдәләр һәм уларҙың ҡушылмаларының кеше организмына тәьҫире тикшерелә (Мөхәмәтова, З.Г.Подрез). 90-сы йй. аҙ. БР ФА (Р.Ф.Абдрахманов, Д.Н.Сәлихов, Н.В.Старова, Э.К.Хөснөтдинова һ.б.), БДМУ (Н.А.Борисова, Р.В.Мәғжәнов, Э.Н.Әхмәҙиева), Хеҙмәт мед. һәм кеше экологияһы ҒТИ (Л.Ғ.Аллабирҙина, Л.К.Кәримова, С.Ә.Мәғжәнова һ.б.) ғалимдары БР-ҙың төньяҡ‑көнсығыш һәм көньяҡ‑көнсығышында йәшәгән халҡына геохимик сығышлы микроэлементтарҙың зыянлы тәьҫирен асыҡлай һәм иҫкәртеү сараларын эшләй (ҡара: Экология).

Әҙәб.: Нефть и здоровье: в 2 ч. Уфа, 1993; Красовский В.В., Максимов Г.Г. Физиолого-гигиеническая диагностика безвредного стажа по условиям труда. Уфа, 2003; Гигиена производственной и окружающей среды /Т.Р.Зулькарнаев [и др.]. Уфа, 2004.

 

Г.Г.Максимов, З.С.Тереғолова

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика