ҒӘЛЛӘМОВ Айҙар Хәмит улы (7.4.1963, БАССР‑ҙың Йәрмәкәй р‑ны Йәрмәкәй а.), хирург. Мед. ф. д‑ры (2005). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1986) 1988 й. тиклем һәм 1990 й. алып (бүлек мөдире) Көньяҡ Урал т. юлының Троицк ст. үҙәк т. юл дауаханаһында, 1997—2006 йй. Өфөнөң ашығыс мед. ярҙамы дауаханаһында (2002 й. башлап бүлек мөдире), бер үк ваҡытта БДМУ‑ла эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге йыуан эсәк ауырыуҙарын хирургик дауалауҙың аҙ йәрәхәтле ысулдарын эшләүгә бәйле. 70‑тән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 3 уйлап табыу авторы.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика