АВТОТРАНСПОРТ КОЛЛЕДЖЫ. 1930 й. Өфө юл техникумы булараҡ нигеҙ һалына, 1960 й. алып автоюлдар, 1970 й. — автотранспорт техникумы, 1991 й. — Өфө автотранспорт колледжы. Йылайыр р‑ны Юлдыбай а. филиалы бар. Уҡытыу көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу бүлектәрендә автомобиль транспортын техник хеҙмәтләндереү һәм ремонтлау, автомобиль юлдары һәм аэродромдар төҙөү һәм файҙаланыу, йөк ташыуҙы ойоштороу һәм автомобиль транспорты м‑н идара итеү һөнәрҙәре б‑са алып барыла. Китапханаһы, гаражы, оҫтаханалары, 2 дөйөм ятағы, бассейн м‑н спорт комплексы бар. 55 меңдән ашыу белгес әҙерләнгән (2011), тамамлаусылар араһында Н.Л.Грахов, А.Ғ.Ғәлимов, В.Г.Лагойда.

О.И.Кобелев

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.