ГЕРОНТОЛОГИЯ (гр. geron, эйәлек килештә gerontos — ҡарт һәм ...логия), организмдың (ш. иҫ кеше организмының) ҡартайыу процесын, уның биол., мед. (гериатрик), соц., психологик., гигиеник һ.б. аспекттарын өйрәнгән фән. Гериатрия, герогигиена һәм геронтопсихологияны үҙ эсенә ала. Г. б‑са тикшеренеүҙәр тирә-яҡ мөхит факторҙарының ҡартайыу процесына тәьҫирен асыҡлауға, өлкән йәштәгеләрҙең эшкә һәләтлеген күтәреүгә һәм хеҙмәт эшмәкәрлеге оҙайлығын арттырыу сараларын күреүгә, өлкән йәштәге (55—75 йәш) һәм ҡарт (75‑тән олораҡ) кешеләргә соц. һәм мед. ярҙамының һөҙөмтәлерәк формаларын эҙләүгә йүнәлтелгән. Респ. Г. б‑са фәнни тикшеренеүҙәр Медицина университетында алып барыла: 20 б. 40—50‑се йй. оло йәштәгеләрҙең хәрәкәт координацияһы (М.Ш.Асфаган), 60—70‑се йй. физиол. процестарҙы әүҙемләштереү мөмкинлеге (З.Ә.Ихсанов), арығанлыҡтың макрофагтар системаһы әүҙемлегенә тәьҫире (Е.К.Алёхин һ.б.) өйрәнелә; 90‑сы йй. аҙ. — 2000‑се йй. башында Һуғыш ветерандары ҡала госпитале (ҡара: Госпиталдәр) хеҙм‑рҙәре м‑н берлектә эре быуындарҙы эндопротезлау (А.Ф.Асҡаров, Р.И.Йәнекәев, С.Г.Матвеев, З.Г.Тевдорадзе һ.б.) һәм оло йәштәге ортопедик ауырыуҙарҙы реабилитациялау (И.А.Бакулина, Ф.Х.Һунарғолова һ.б.) мәсьәләләре тикшерелә. 2000 й. алып атеросклероз барлыҡҡа килеүҙең хәүеф факторҙарын асыҡлау (И.В.Кудрявцева, С.В.Сивков), кеше һаны аҙ ҡалаларҙа пенсия йәшендәге халыҡ һаулығының мед.‑соц. һәм психологик аспекттарын (Г.А.Ғәзизова), йөрәктең ишемия ауырыуы булған өлкән һәм ҡарт кешеләрҙең туҡланыуында витамин һәм микроэлементтарҙың роле (Г.М.Хәсәнова) б‑са тикшеренеүҙәр алып барыла. Дауалау-диагностик һәм психологик ярҙам Һуғыш ветерандарының респ. клиник госпитале эргәһендәге гериатрия үҙәгендә (Бакулина, Л.Е.Курапова һ.б.), “Марафон” клубында (Р.Ф.Афанасенко, Н.Ф.Бикбаева, Л.М.Матвеева һ.б.) һ.б. учреждениеларҙа күрһәтелә.

Ф.Х.Һунарғолова

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика