ГЕМОРРОЙ (гемо... һәм гр. rheo – ағам), тура эсәктең аҫҡы өлөшөндәге каверноз ҡан тамырҙарының киңәйеүе. Эске, тышҡы һәм ҡатнаш Г. була. Г. көсәйеп китеүенә хроник эс ҡатыу, гиподинамия, йөклө булыу, ҡан тамырҙарының варикоз киңәйеүе, ауыр физик эш һ.б. ваҡытында тура эсәктең каверноз сырмалсыҡтарынан ҡан үтеүенең боҙолоуы сәбәпсе була. Киҫкен һәм хроник формаларҙа үтә. Төп симптомдары: арт юлдың ҡысытыуы, ауыртыуы, геморроидаль төйөндәрҙең төшөүе, дефекация ауырлашыуы, ҡан китеү, көсәйгәндә тән т‑раһының күтәрелеүе һ.б. Диагностика өсөн тура эсәкте бармаҡтар һәм көҙгө м-н тикшереү, аноскопия, ректороманоскопия, клиник һәм лаб. тикшереү мәғлүмәттәре ҡулланыла. Дауалау медикаментоз (анальгетиктар, шешеүгә ҡаршы саралар, антикоагулянттар һ.б.) һәм хирургик. Ихтимал булған өҙлөгөүҙәр: геморроидаль төйөндәрҙең ҡыҫылыуы, парапроктит һ.б. Иҫкәртеү: сәләмәт йәшәү рәүеше һ.б. Башҡортостанда 2010 й. 100 мең кешегә 567 Г. м-н ауырыусы теркәлгән. Г. хирургик дауалау б-са фәнни тикшеренеүҙәр Медицина университетында алып барыла. Геморроидэктомияның төрлө модификациялары 20 б. 40-сы йй. (И.-Ғ.Ғ.Ҡадиров), 60-сы йй. (М.Е.Быков, И.Х.Һиҙиәтов, И.Л.Шенбергер), 70—90‑сы йй. (Ә.В.Болғаҡов, Ф.М.Ғәйнетдинов, В.М.Тимербулатов һ.б.) өйрәнелә. 90-сы йй. уртаһынан респ. дауалау‑иҫкәртеү учреждениеларында хирургик дауалауҙың аҙ йәрәхәтле ысулдары индерелә: инфраҡыҙыл фотокоагуляция (Ғәйнетдинов, А.В.Куляпин, Тимербулатов һ.б.), биполяр электрокоагуляция (Р.Р.Булатов, Д.В.Губко, С.Р.Туйсин һ.б.), латекс ҡулсалар м-н лигирлау (М.В.Казаков, И.И.Һиҙиәтов һ.б.), 2000 й. алып геморроидэктомиянан һуң яраларҙы дауалау өсөн лазер терапияһы ҡулланыла (Ғәйнетдинов, В.В.Грабилов, Р.Ғ.Каланов, Р.Р.Фаязов). Шулай уҡ ҡара: Хирургия.

М.Т.Юлдашев

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика