ГЕМАТОЛОГИЯ (гемо... һәм ...логия), ҡан һәм ҡан барлыҡҡа килтереүсе ағзалар т-дағы фән. Морфологик (ҡан барлыҡҡа килтереүсе ағзаларҙың һәм ҡандың формалы элементтарының төҙөлөшөн өйрәнә), серологик (плазма һәм ҡан һүле үҙенсәлектәрен) һәм клиник (ҡан системаһы ауырыуҙарының этиологияһын, патогенезын, клиникаһын, диагностикаһын һәм дауалауҙы) Г. бүлеп ҡарала. 20 б. 50‑се йй. алып Г. б-са тикшеренеүҙәр Медицина университетында алып барыла: эритроциттарға ультраюғары йышлыҡлы, диатермия, дарсонвализация токтары тәьҫире (А.И.Грудцина), синокаротид рефлексоген зона денервацияһының эритропоэзға тәьҫире (А.Ғ.Ғиззәтуллин), көкөртлө нефть продукттарының гематологик күрһәткестәргә оҙайлы йоғонтоһо (Ф.С.Хөсәйенова); 60-сы йй. — алиментар-токсик алейкия (Ғ.Н.Тереғолов), гемобластоздар (З.Ш.Заһиҙуллин, Ғ.И.Ҡадиров һ.б.), геморрагик васкулиттар (Б.Х.Әхмәтова) проблемалары; 70‑се йй. башлап эритропоэз регуляцияһында сыворотка һәм эритропоэзды стимуллаусы факторҙарҙың, микроэлементтарҙың роле (Ғиззәтуллин, В.И.Лехмус); киҫкен гипоксия ваҡытында ҡандың формалы элементтарының үҙгәреүе (Э.Н.Хисамов) өйрәнелә. БР‑ҙа гемобластоз эпидемиологияһы мәсьәләләре м-н төрлө йылдарҙа О.В.Варшавский, Г.Ф.Туғыҙбаева, Е.Г.Царёва шөғөлләнә. 90-сы йй. алып В.И.Никуличева етәкс. тимер дефицитлы анемияның этиологияһы һәм патогенезы проблемалары өйрәнелә, эпидемиологик, генетик һәм иммунологик аспекттары эшләнә (Н.А.Власова, Л.Ф.Латипова, Г.Ш.Сафуанова, А.Н.Чепурная), анемияны дауалау һәм иҫкәртеү ысулдары камиллаштырыла (Г.М.Ардуванова, И.П.Ништ, Г.П.Ширяева һ.б.). Ә.Б.Бәкеров етәкс. миелома бик күп булғанда (Д.Х.Кәлимуллина), лимфо- (Бәкеров, Р.Ф.Ғарифуллина, Н.Х.Йәнтүрина һ.б.) һәм миелопролифератив ауырыуҙар (Г.Ә.Ғайсарова, М.Е.Ханова һ.б.), ш. уҡ ҡанды ойотоу системаһы патологияһы (М.М.Фазлыев, Р.М.Фазлыева) ваҡытында молекуляр-генетик маркерҙар эпидемиологияһы, таралыуы, клиник һәм күҙаллау мөһимлектәре өйрәнелә. Махсус гематологик ярҙам БР-ҙа 60-сы йй. аҙ. алып күрһәтелә. Ҡан һәм ҡан барлыҡҡа килтереү ағзалары ауырыуҙары м‑н сирләгәндәҙе диагностикалау һәм дауалау Респ. клиник дауаханаһында (Ғайсарова, В.Ф.Шарапова), Респ. балалар клиник дауаханаһында (Т.Н.Красавцева), Өфөнөң 13-сө ҡала клиник дауаханаһында (Ғарифуллина, Р.М.Ибраһимов, Йәнтүрина) үткәрелә. Гематологик хеҙмәт булдырыуға Н.И.Васанова, В.Т.Ғайсина, Ибраһимов, Р.Ә.Лоҡманова, Д.К.Сайданова, Шарапова һ.б. ҙур өлөш индерә. Респ. клиник дауаханаһы базаһында антианемик үҙәк (1985), респ. гематологик үҙәк (2008) булдырыла, дауалау-иҫкәртеү учреждениеларында “Тимер дефицитлы анемия м-н ауырығандар мәктәптәре”, “Гемобластоздар м-н ауырығандар мәктәптәре”, “Гемофилия м-н ауырығандар мәктәптәре” эшләй, “Халыҡты гемоглобин һауыҡтырыу” респ. программаһы эшләнә һәм ғәмәлгә индерелә.

Әҙәб.: Никуличева В.И., Сафуанова Г.Ш. Железодефицитная анемия - современные аспекты. Уфа, 2003; Голенков А.К., Барышников А.Ю., Бакиров А.Б. Клиническое значение линейно-адгезивного фенотипа лимфопролиферативных заболеваний. Уфа, 2004; Бакиров А.Б., Бакиров Б.А., Калимуллина Д.Х. Распространённость и прогностическое значение молекулярно-генетических маркеров при множественной миеломе и хроническом лимфолейкозе. Уфа, 2009.

Г.Ш.Сафуанова

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке 

Яндекс.Метрика