ҒАФУРОВА Зөһрә Мофазал ҡыҙы (15.9.1940, БАССР‑ҙың Бөрйән р‑ны Иҫке Собханғол а.), паразитолог. Мед. ф. д‑ры (1997), проф. (1997). М.М.Сәғитовтың һеңлеһе. БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1963) Ҡырмыҫҡалы р‑ны туберкулёз диспансерының баш табибы булып эшләй, 1968—2001 йй. БДМУ‑ла (1994 й. алып мед. биол. һәм генетика каф. мөдире), 2004 й. — Рәсәй мед. Дипломдан һуң белем биреү акад., 2005—10 йй. Рәсәй сауҙа-иҡт. ун‑тында (икеһе лә — Мәскәү) уҡыта. Фәнни тикшеренеүҙәре кеше гельминтоздары эпидемиологияһы мәсьәләләренә арналған. Ғ. тарафынан Көньяҡ Уралдың төрлө климатик зоналары өсөн гельминтоздарҙы иҫкәртеү б‑са саралар программаһы төҙөлә. Ғ. ҡатнашлығында паразитар ауырыуҙарҙы иҫкәртеү б‑са федераль сан. ҡағиҙәләр, норма һәм гигиена нормативтары эшләнә. 100‑гә яҡын фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Использование животноводческих стоков, сточных вод и их осадков для орошения и удобрения сельскохозяйственных культур. М., 1995 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика