ГАНЦЕВ Камил Шамил улы (16.4.1975, Өфө), онколог. Мед. ф. д‑ры (2005). Ш.Х.Ганцевтың улы. БДМУ‑ны тамамлаған (1998). 2000 й. алып Респ. клиник онкология диспансерында эшләй, бер үк ваҡытта 2005 й. башлап БДМУ‑ла уҡыта. Фәнни тикшеренеүҙәре рак булғанда ҡан әйләнешен өйрәнеүгә, онкология ауырыуҙары ваҡытында стандарт булмаған операцияларға, онкоурологик ауырыуҙарға ярҙамды камиллаштырыуға арналған. Г. дауалауҙың (ш. иҫ. химик терапияның) математик моделен әҙерләү һәм онкологик ауырыуҙарҙы реабилитациялау ысулдарын эшләй һәм дауалау практикаһына индерә. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 2 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Нестандартные операции в абдоминальной онкологии. Уфа; М., 2007 (авторҙ.); Диагностика и коррекция гемореологических расстройств у онкологических больных. М., 2008 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика