АВТОСЕРВИС (авто... һәм ингл. service — хеҙмәт), автомобилдәрҙе техник хеҙмәтләндереү һәм ремонтлау, ш. иҫ. һатыуға алдан әҙерләү һәм өҫтәмә ҡорамалдар ҡуйыу б‑са хеҙмәт комплексы. 1970 й. Өфөлә Башҡ‑н транспорт идаралығының ремонт оҫтаханалары базаһында еңел автомобилдәрҙе сервислы хеҙмәтләндереү б‑са Белорет, Салауат, Сибай, Стәрлетамаҡ һ.б. ҡҡ. филиалдары булған тәүге пр‑тие ойошторола. Артабанғы йылдарҙа респ. еңел һәм йөк автомобилдәре етештереүсе заводтарҙың хеҙмәтләндереүҙең киң спектрын, ш. иҫ. гарантиялы хеҙмәтләндереү тәҡдим итеүсе фирмалы А. пр‑тиелары булдырыла. Өфөлә респ. ҡалаларында һәм ҡасабаларында филиалдары булған “Москвич” (1974) һәм ВАЗ (1975), Стәрлетамаҡ һәм Туймазы ҡҡ. филиалдары булған КамАЗ (1978), Бәләбәй ҡ. филиалдары булған ГАЗ (1993) автоүҙәктәре төҙөлә. 90‑сы йй. баҙар мөнәсәбәттәре үҫешеү м‑н бик күп бәләкәй предприятиелар (1998 й. — 500‑ҙән ашыу) һәм автомобилдәрҙе сервислы хеҙмәтләндереү б‑са эштәрҙең айырым төрҙәрен башҡарыусы төрлө профилле пр‑тиелар составында производство участкалары барлыҡҡа килә: А. барлыҡ хеҙмәтләндереүенең яҡынса 40%‑ын хосуси предприятиелар башҡара.

В.Е.Меркушев

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018