ДАУАХАНАНАН ТЫШ МЕДИЦИНА ЯРҘАМЫ, халыҡҡа поликлиникаларҙа, амбулаторияларҙа, диспансерҙарҙа, ҡатын‑ҡыҙҙар консультацияларында һәм бала табыу йорттарында, ауыл фельдшер‑акушерлыҡ пункттарында, сәнәғәт пр‑тиеларының һаулыҡ һаҡлау пункттарында, ашығыс медицина ярҙамы станцияларында, ш. уҡ мед. хеҙм‑рҙәре пациенттарҙы өйҙә хеҙмәтләндергәндә күрһәтелә. 19 б. 70‑се йй. Өфө, Бәләбәй, Бөрө һәм Стәрлетамаҡ ҡҡ. тәүге амбулатория һәм фельдшер пункттары асыла; 1913 й. Өфө губернаһында 69 амбулатория һәм 52 фельдшер пункты була (ҡара: Земство медицинаһы). 20‑се йй. башында респ. 18 ҡала амбулаторияһы, 83 фельдшер пункты эшләй, Белорет, Стәрлетамаҡ, Өфө ҡҡ. ауырлы ҡатындар өсөн тәүге консультациялар ойошторола, диспансерҙар асыла, ашығыс мед. ярҙамы хеҙмәте булдырыла. 1936 й. санитария авиацияһы эшләй башлай. 1940 й. респ. 372 амбулатория поликлиника учреждениеһы һәм 982 фельдшер‑акушерлыҡ пункты була. 50‑се йй. ҡайһы бер поликлиникалар дауаханалар м‑н берләштерелә; сәнәғәт пр‑тиеларында медицина‑санитария бүлектәре ойошторола. Респ. бер сменала 91,5 мең кеше ҡабул итеүгә иҫәпләнгән 380 амбулатория‑поликлиника учреждениеһы, ш. иҫ. ауыл ерендә 22,8 меңдән ашыу кеше ҡабул итеүгә иҫәпләнгән 250 учреждение, эшләй (2010); ш. уҡ 148 ауыл амбулаторияһы, 2160 фельдшер-акушерлыҡ пункты бар; санитар авиация — 2,3 меңдән ашыу, ашығыс мед. ярҙамы яҡынса 1291 мең тапҡыр б‑са фәнни тикшеренеүҙәр Медицина университетында (А.Я.Крюкова, С.З.Лоҡманов, А.Х.Түрйәнов, Һ.Н.Хунафин, Н.А.Шерстенников һ.б.) алып барыла.

В.З.Ғүмәров, М.С.Сафин

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.