ВИТАМИНОЛОГИЯ (витаминдар һәм ...логия), туҡланыу гигиенаһы, биохимия, фармакология һ.б. мед.- биол. фәндәре бүлеге, витаминдарҙың төҙөлөшөн һәм тәьҫир итеү механизмдарын өйрәнә, ауырыуҙы дауалау һәм иҫкәртеү маҡсатында уларҙы ҡулланыу ысулдарын эшләй. Башҡортостанда В. өлкәһендәге тәүге тикшеренеүҙәрҙе 20 б. 30‑сы йй. 2‑се ярт. Б.В. Сөләймәнов башлай, ул зәңгене дауалағанда составында С витамины булған ҡымыҙ ҡулланыуҙың һөҙөмтәле булыуын иҫбатлай. 1942 й. А.В.Палладин етәкс. Өфөгә эвакуацияланған Украина ССР‑ы ФА‑ның Биохимия ин‑ты һәм Өфө витамин заводы хеҙм‑рҙәре тарафынан К витаминын синтезлау б‑са тикшеренеүҙәр алып барыла, уның һыуҙа эреүсе аналогы (К3 — викасол, ҡанды туҡтатыу өсөн ҡулланыла) алына һәм уны эшләп сығарыу цехы асыла. БДМИ‑ла 40—50‑се йй. клиник В.: ашҡаҙан ауырыуҙары ваҡытында В1 витамины (Л.Н. Переводчикова), дерматоздарҙы дауалағанда А витамины (Е.А.Кадысева), йөклө осорҙа К витамины (А.М.Агаронов) ҡулланыу проблемалары б‑са фәнни тикшеренеүҙәр үткәрелә. 80—90‑сы йй. респ. балаларының витаминдар м‑н тәьмин ителеүе өйрәнелә (Е.В. Покшубина, О.Н.Школьная һ.б.), 80‑се йй. алып витаминотерапияның иммун системаһы торошона тәьҫире б‑са тикшеренеүҙәр алып барыла (Н.А. Мофазалова) һ.б. 2000 й. башлап репродуктив система ағзаларында, тоташтырғыс һәм һөйәк туҡымаларында алмашыныу боҙолоуын коррекциялау өсөн антиоксидант витаминдар (А, С, Е һ.б.) ҡулланыу өйрәнелә (Э.Р. Бикмәтова, Р.Э.Хәбиров, Э.Ф.Әһлетдинов).

Әҙәб.: П а л л а д и н А.В. Витамин К. М., 1944.

Ф.Х.Камилов, Ф.Ә.Сәғиҙуллин

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика