ВИТАМИНДАР ЕТЕШМӘҮЕ, организмда витаминдарҙың етерлек булмауы йәки уларҙы үҙләштереүҙең боҙолоуы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән ауырыу. Гиповитаминозға (витамин етешмәү) һәм авитаминозға (витаминдарҙың бөтөнләй булмауы) айырып йөрөтөлә.

Кешелә В.е. Көсөргәнешле физик эш йәки аҡыл хеҙмәте башҡарғанда, эмоциональ көсөргәнеш ваҡытында, ҡатын-ҡыҙ йөклө булғанда һәм бала имеҙгәндә, балалар тиҙ үҫкән ваҡытта, ашҡаҙан-эсәк юлында витаминдарҙы һеңдереү һәм синтезлау боҙолғанда һ.б. осраҡта барлыҡҡа килә. Төп симптомдары: дөйөм хәлһеҙлек, арыу, ярһыу, аппетит булмау һ.б. Дөйөм билдәләр м‑н бергә үҙенсәлекле билдәләр ҙә була: А витамины (ретинол) етешмәгәндә — күреүҙең насарланыуы, күҙҙең, тын юлының лайлалы тиресәләре шешеүе һ.б.; В1 (тиамин) — мускулдарҙың хәлһеҙлеге, йөрәк эшмәкәрлегенең боҙолоуы һ.б.; В2 (рибофлавин) — күҙҙән йәш ағыу, тиренең төләүе; В6 (пиридоксин) — эсәк эшмәкәрлегенең, тән тиреһенең һәм ауыҙҙың лайлалы тиресәһенең боҙолоуы; С (аскорбин к‑таһы) — мускул һәм быуындар ауыртыу, теш ҡаҙнаһы ҡанау, теш төшөү һ.б. (ҡара: Зәңге); D (кальциферол) — һөйәк яһалыуҙың боҙолоуы (ҡара: Рахит); Е (токоферол) — үрсеү функцияһының көсһөҙләнеүе. Диагностика өсөн анамнез, витаминдар һәм уларҙың сығарылмалары булыуҙы билдәләгән ҡан һәм бәүел анализы мәғлүмәттәре файҙаланыла. Дауалау: организмға етешмәгән витаминдарҙы билдәле дозала индереү. Иҫкәртеү: яҡшы сифатлы аҙыҡ, ашҡаҙан-эсәк юлы ауырыуҙары терапияһы һ.б. 20 б. 30—50‑се йй. БДМИ‑ла организмға С витамины етмәгәндә ҡымыҙ эсеү (Б.В.Сөләймәнов), витамин етешмәгәндә психик ауырыуҙарҙың барлыҡҡа килеүен (А.Ю.Выясновский)  өйрәнеү б‑са фәнни тикшеренеүҙәр алып барыла; 60—70‑се йй. балаларҙың рахит м‑н ауырыуына В.е. тәьҫире өйрәнелә (Х.Ш.Абдуллина, Ә.Ғ.Бәкерова, А.Б.Гейлер, А.А.Корнилова, А.Ш.Яфаева); 80—90‑сы йй. респ. балаларының витаминдар м‑н тәьмин ителеүен баһалау б‑са тикшеренеүҙәр үткәрелә (Е.В.Покшубина, О.Н.Школьная һ.б.).

Хайуандарҙа В.е. Хайуандарҙа В.е. уларҙың төрөнән сығып билдәләнә. Төрлө витаминдар етешмәүгә — айырыуса сусҡалар һәм ҡоштар, майҙа эреүсе витаминдарға (А, D, Е һ.б.) — көйшәүсе мал, А, В1 һәм В2 витаминдарына йылҡы һиҙгер. Ҡиммәтле тиреле йәнлектәрҙә В.е. күҙәтелмәй. Йәш малда В.е. киң таралыуы күп осраҡта быуаҙ һәм имеҙгән малға витаминдар б‑са балансланмаған аҙыҡ ашатыу, ҡошсолоҡта витамины әҙ булған йомортҡаларҙан себеш сығарыу һөҙөмтәһендә тыуа. В.е. барлыҡҡа килеүенә ш. уҡ малды үҫтереү һәм аҫрауҙың ветеринария-санитария ҡағиҙәләрен боҙоу (биналар һауаһында аммиак, көкөртлө водород һәм углерод диоксидының, саңдың артыҡ булыуы, яҡтылыҡ етмәү, саф һауала йөрөтмәү һ.б.), йоғошһоҙ (бронхопневмония, йәш мал диспепсияһы) һәм йоғошло (микоз, сальмонеллёз), инвазион (гельминтоз) һ.б. ауырыуҙар булышлыҡ итә. Төп билдәләре: дөйөм хәлһеҙлек, үҫештә артта ҡалыу, ябығыу, йөн япмаһының һығылмалылығы һәм ялтырауыҡлығы юғалыу, продуктлылыҡтың кәмеүе һ.б. Хайуандарҙа В.е. үҙенсәлекле билдәләре кешеләрҙәге һымаҡ күҙәтелә. Диагностика өсөн клиник симптомдар, малдың ҡанында, аҙығында витаминдар булыуҙы билдәләгән лаб. мәғлүмәттәр файҙаланыла. Иҫкәртеү һәм дауалау өсөн витаминдарға бай аҙыҡ, витамин препараттары ҡулланыла, малды үҫтереү һәм ашатыуҙың ветеринария-санитария ҡағиҙәләрен үтәү ҡарала. Хайуандарҙа В.е. б‑са фәнни тикшеренеүҙәр Аграр университетта алып барыла: 90‑сы йй. А гиповитаминозы ваҡытында йәш һыйыр малында респиратор, ашҡаҙан- эсәк ауырыуҙары барлыҡҡа килеүе өйрәнелә (С.А.Ивановский); фасциолёз булғанда А, В2, В3 һ.б. витаминдар кимәле түбәнәйеүе асыҡлана һәм мамил премиксын ҡулланыу тәҡдим ителә (Х.Ғ.Нурхәмитов). 21 б. башынан а.х. ҡоштарының иммунитетын күтәреү һәм үрсемен арттырыу өсөн Е витаминын (В.Н.Байматов, А.М.Ғиниәтуллин, Э.Р. Камаева), бер нисә киҫкен эксперименталь интоксикациянан һуң ҡомаҡтарҙың бауыр, боғаҡ биҙе структураһын коррекциялау өсөн А һәм Е витаминдарын (К.И.Кузнецова, Н.А.Мофазалова, Ғ.Р.Шакирова һ.б.) ҡулланыу өйрәнелә. Шулай уҡ ҡара: Витаминология

 Ю.Г.Аҙнабаева, В.Н.Байматов, Ш.З.Заһиҙуллин, Ф.Х.Камилов, Ғ.Р.Шакирова

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика