ВИРУСЛЫ ГЕПАТИТТАР (гр. hepar, эйәлек килеш hepatos — бауыр), башлыса бауырҙың зарарланыуы һәм, ағыуланыу синдромы көсәйеп (йыш ҡына һары ауырыуына килтерә), бауыр функцияһының боҙолоуына дусар булған кеше һәм хайуандар бауырының инфекцион ауырыуҙары төркөмө. Ауырыу тыуҙырғыстың төрөнә ҡарап, В.г. бер нисә төргә бүленә: А тибы (инфекцион В.г.), С, Д, Е һ.б. (РНК-лы вирустар тыуҙыра), ш. уҡ В тибындағы В.г. (сывороткалы В.г.; ДНК-лы вирустар тыуҙыра). Вирустарҙың бөтә төрҙәре лә тышҡы мөхиттә бирешмәй. Вирус эләккән һыу, аҙыҡ, бысраҡ ҡул, көнкүреш әйберҙәре аша (А һәм Е тибындағы В.г.) һәм вируслы ҡан буялған мед. инструментарийын ҡулланғанда, енси бәйләнеш, ҡан ебәреү һ.б. ваҡытында (В, С, Д тибындағы В.г.) йоға. Булышлыҡ итеүсе факторҙар: матдәләр алмашыныуының боҙолоуы, иммунитет түбәнәйеүе, шәхси гигиена, һыуға, аҙыҡ-түлеккә ҡарата санитар- гигиена талаптарын үтәмәү, наркотиктар ҡулланыу һ.б. А һәм Е тибындағы В.г. инкубация осоро 6—60 көн тәшкил итә; В, С, Д тибындағыһы — 14—180 көн. Төп симптомдары: хәлһеҙлек, аппетит юғалыу, уҡшыу, ҡоҫоу, уң ҡабырға аҫтында ауыртыу, бауыр һәм талаҡ ҙурайыуы, күҙ ағы һәм тән тиреһе һарғайыуы, тән т‑раһы күтәрелеүе, бәүел һәм тиҙәк төҫө үҙгәреүе лә мөмкин. Диагностика өсөн клиник һәм лаб. тикшереү мәғлүмәттәре (иммунофермент анализы һәм полимераза сылбырлы реакция ысулдары), эпидемиологик мәғлүмәттәр (ауырыу м‑н контакт, бысраҡ һыу ятҡылыҡтарында һыу инеү һ.б.) ҡулланыла. Дауалау: дарыуҙар ҡулланыу (дезинтоксикациялаусы, вирусҡа ҡаршы, гормональ препараттар, витаминдар һ.б.), диетотерапия, фитотерапия һ.б. Ихтимал булған өҙлөгөүҙәр: үт сығарыу юлдарында шешеү процесы, киҫкен бауыр етешмәүсәнлеге, бауыр циррозы, энцефалопатия һәм башҡалар. В.г. иҫкәртеү санитар- гигиена һәм санитар‑коммуналь сараларҙы, санитар-ағартыу эшен, халыҡты иммунлаштырыуҙы, мед. инструментарийын стерилләү ҡағиҙәләрен үтәүҙе, бер тапҡыр ҡулланылыусы энә, шприц һәм системалар м-н файҙаланыуҙы, донорҙарға мед. контроле булдырыуҙы үҙ эсенә ала. Башҡортостанда 100 мең кешегә 2001 — 17,4; 30,6; 19,4; 2003 — 4,97; 9,64; 3,48; 2005 — 15,59; 5,66; 3,21; 2009 — 7,79; 1,92; 1,60; 2010 — 4,53; 1,80; 1,99 А, В, С тибындағы киҫкен В.г. м-н ауырыусы теркәлгән. Медицина университетында балаларҙа В.г. ультратауыш м-н диагностикалау (Т.Д. Просвиркина, Ә.Ғ.Фәйрушина), балаларҙа һәм үҫмерҙәрҙә В.г. барышы үҙенсәлектәрен өйрәнеү (В.Б.Егоров, И.А. Ушакова), репродуктив йәштәге ҡатын‑ҡыҙҙа В.г. дауалау ысулдарын камиллаштырыу (А.С.Ванесян, Д.Х. Хунафина һ.б.), хроник В.г. дауалағанда галстена препаратын (А.Н. Бурганова, О.И.Кутуев, Хунафина һ.б.) һәм антиоксиданттар (Т.Р. Хөснөтдинов) ҡулланыу һөҙөмтәлелеген тикшереү б-са фәнни эштәр алып барыла, оксиметалурацилдың В.г. ваҡытында регенератив активлығы тикшерелә (Т.Р.Мирсаев), холестаз синдромлы хроник актив В.г. комплекслы хирургик дауалау алымдары эшләнә (Н.М.Әхмәров, М.Ә. Нартайлаҡов). 

Д.Х.Хунафина

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика