ВАСКУЛИТ (лат. vasculum — тамыр), ваҡ ҡан тамырҙарының көбө шешеү. Тәрән һәм өҫкө В. айырыла. В. барлыҡҡа килеүгә инфекцион ауырыуҙар, дарыу препараттарына үтә ныҡ һиҙгерлек, нәҫелдән килгән бирешеүсәнлек, аҙыҡ м‑н ағыуланыу, травма һ.б. булышлыҡ итә. Киҫкен һәм хроник формала үтә. Төп симптомдары: тән сабыртыу, туҡымаларҙың өҫкө ҡатлам некрозы сығанаҡтары, мускул, быуындар ауыртыу, биҙгәк тотоу, тән тартышыу һ.б. Диагностика өсөн гистологик, иммунологик, клиник тикшереү мәғлүмәттәре ҡулланыла. Дауалау медикаментоз (глюкокортикоидтар, иммуноглобулиндар, иммунодепрессанттар, спазмолитик, цитостатик дарыуҙар, ҡан тамыры препараттары һ.б.), плазмаферез үткәреү һ.б. Ихтимал булған өҙлөгөүҙәр: аневризмалар, ҡан һауыу, туҡымаларҙың тәрән некроздары, аяҡ шешенеүе, эре тамырҙар тромбозы һ.б. Иҫкәртеү: сәләмәт йәшәү рәүеше, сифатлы аҙыҡ м‑н туҡланыу, В. сәбәпсе булған факторҙарҙы булдырмау. Медицина университетында 20 б. 60— 70‑се йй. респ. геморрагик В. м‑н ауырыуға анализ үткәрелә (К.П.Стешина, Б.Х.Әхмәтова һ.б.), 80‑се йй. геморрагик В. һәм киҫкен бөйөр етешмәүсәнлеге м‑н ауырыусыларҙа тромбогеморрагик синдром өйрәнелә (Р.М.Фазлыева, Д.Х.Хунафина һ.б.), 90‑сы йй. алып В. диагностикалау һәм иҫкәртеү алымдарын камиллаштырыу б‑са тикшеренеүҙәр үткәрелә (Л.М.Вәлишина, М.А.Нартайлаҡов, М.М.Фазлыев, Ә.А.Хәмитов һ.б.). 

Л.М.Вәлишина, Ә.А.Хәмитов

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика