ВАЛЕОЛОГИЯ (лат. valeo — сәләмәт булыу һәм ...логия), кеше һаулығы һәм сәләмәт йәшәү рәүешен формалаштырған факторҙар т‑дағы фән. Йәш б‑са, мед., пед., һөнәри, соц., экологик һ.б. төрҙәргә бүленә. Мөхиттең үҙгәреүсән шарттарына ҡарата организмдың сыҙамлылығын арттырыу өсөн уның резервтарын өйрәнә. Биология, медицина, педагогика, психология м‑н тығыҙ бәйле. Башҡортостанда В. б‑са фәнни тикшеренеүҙәр 20 б. 90‑сы йй. башлана. Хеҙмәт медицинаһы һәм кеше экологияһы ҒТИ‑нда күҙәнәктәр кимәлендә нефтехимия сәнәғәте эшселәре һаулығының йәшкә бәйле үҙгәрештәре тикшерелә (В.О.Красовский, Г.Г.Максимов). БДУ‑ла биомембрана процестарын өйрәнеү нигеҙендә һаулыҡ торошон билдәләү методикаһы эшләнгән (Р.Н.Ғимаев, Г.А.Әминев, Э.Г. Әминев), радиацияға ҡарата индивидуаль һиҙеүсәнлек проблемалары (А.У.Кинйәбулатов), йәмәғәт һаулығы системаһында пед. В. (М.Н.Красильникова, Э.Г.Әминев) өйрәнелә. БДПУ-ла, Бөрө социаль-педагогия академияһында һәм Стәрлетамаҡ педагогия академияһында белем биреү процесында В. б‑са белемдең роле (С.Н. Горбушина, Н.И.Чуктурова, С.Г.Әхмәрова), балалар һаулығының мед.‑соц. проблемалары (З.Ә.Хөснөтдинова) тикшерелә, һаулыҡтың төбәк экологик-психофизиологик мониторингы үткәрелгән (Л.М.Камаева, Ф.Х.Ураҙаева). Медицина университетында халыҡтың төрлө төркөмдәре һаулығының мониторингы уҙғарылған (Н.Н.Егорова, Т.Р.Зөлҡәрнәев, И.М.Харисова, Н.Х.Шәрәфетдинова). Көнсығыш иҡтисади-юридик гуманитар академияла 2000 й. алып һаулыҡты коррекциялау ысулдары эшләнә (Л.В. Фәрхетдинова, Х.М.Әхмәҙуллина), организмдың ҡаршы тороусанлығына глюкуронатксилулоз циклы метаболиттарының тәьҫире тикшерелә (С.А. Башкатов).

А.У.Кинйәбулатов, Э.Г.Әминев, Х.М.Әхмәҙуллина

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика