“АВТОНОРМАЛЬ” Бәләбәй заводы, ААЙ. Автомобилдәргә, тракторҙарға беркетеү изделиелары (4500‑гә яҡын төр) етештерә. “А.” составы: автомат, металл әҙерләү (икеһе лә 1968 й. нигеҙләнгән), пружиналар, термик, металл ҡапламалары, табаҡлы штамплау (бөтәһе лә — 1969), болттар, гайкалар, ваҡ беркетеү деталдәре, төрөү һәм оҙатыу (бөтәһе лә — 1970), ҡушма беркетеү деталдәре (2008) цехтары. 2010 й. 6000‑гә яҡын кеше эшләгән. Продукцияһын ҡулланыусылар — РФ (Волга, Кама һ.б. автомобиль з‑дтары) һәм яҡын сит илдәрҙең автомобиль сәнәғәте пр‑тиелары.

1967 й. Волга автомобиль з‑ды өсөн комплектлау әйберҙәре етештереү б‑са Бәләбәй нормалдәр һәм металл эшләнмәләр з‑ды булараҡ нигеҙ һалына, 1971 й. “А.” з‑ды булараҡ файҙаланыуға тапшырыла, 1992 й. хәҙ. статусын ала, 2002 й. Бәләбәй “А.” з‑дына үҙгәртеп ҡорола. “А.” м‑н М.Ғ.Әмиров һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

Л.Ф.Каркач, В.Д.Фролова

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке