ҒАРИПОВ Рим Мөхәрәм улы (8.9.1952, БАССР-ҙың Ҡыйғы р-ны Үрге Ҡыйғы а.), хирург. Мед. ф. д-ры (1997), проф. (1998). РФ-тың (2005) һәм БР-ҙың (1998) атҡ. табибы. Силәбе мед. ин-тын тамамлағандан һуң (1976) Ҡыйғы р-нында эшләй (1978 й. алып үҙәк район дауаханаһының баш табибы). 1986 й. башлап Өфөлә: 21-се дауахананың бүлек мөдире, 1992 й. — ашығыс мед. ярҙам дауаханаһының баш табип урынбаҫары, бер үк ваҡытта БДМУ уҡытыусыһы һәм 2003 й. алып клиникаһы директоры. 2011 й. башлап БДМУ-ның дипломдан һуң белем биреү ин-тында эшләй. Фәнни тикшеренеүҙәре ҡорһаҡ ҡыуышлығы ағзалары хирургияһы проблемаларына арналған. Ғ. ҡатнашлығында үт юлдары ауырыуҙарын хирургик дауалауҙың аҙ йәрәхәтләгән ысулдары, хирургик ауырыуҙарҙың мед.-соц. реабилитацияһы программаһы эшләнә, улар БР-ҙың дауалау-иҫкәртеү учреждениеларында ҡулланыуға индерелгән. 280-дән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 5 уйлап табыу авторы. БР-ҙың фән һәм техника өлкәһендәге Дәүләт пр. лауреаты (2007).

Хеҙм.: Желчнокаменная болезнь и холецистит. Уфа, 2001 (авторҙ.); Диагностика и малоинвазивные хирургические вмешательства при желчнокаменной болезни. Уфа, 2006 (авторҙ.); Оптимизация новых технологий миниинвазивной хирургии в лечении рецидивного и резидуального  холедохолитиаза. Уфа, 2011 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

 Текст на русском языке

 

 

Яндекс.Метрика