ГАНЦЕВА Хәлиҙә Хәнәфи ҡыҙы (8.2.1948, Өфө), терапевт, аллерголог-иммунолог. Мед. ф. д-ры (1997), проф. (1998). Ш.Х.Ганцевтың апаһы. РФ юғары мәктәбенең атҡ. хеҙм‑ре (2006). БДМИ‑ны тамамлаған (1972). 1973 й. алып Ишембай р-ны Петровский участка дауаханаһында, 1976—77 йй. Өфөнөң 38-се поликлиникаһында эшләй. 1980 й. башлап БДМУ-ла: 2003—11 йй. уҡытыу‑методика идаралығы нач., бер үк ваҡытта 2004 й. алып эске ағза ауырыуҙары каф. мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге ревматоид артритты, поллинозды, никотинға бәйлелекте дауалау ысулдарын камиллаштырыуға, юғары мәктәп проблемаларына арналған. Г. аллергия ауырыуҙарын дарыуҙар ҡулланмай комплекслы дауалауҙы ғәмәлгә индерә, респ. ҡалаларында ойошторолған “пациенттар өсөн белем биреү мәктәптәре”ндә ҡулланыу өсөн маҡсатлы программалар эшләй. 360-ҡа яҡын фәнни хеҙмәт һәм 18 уйлап табыу авторы. БР‑ҙың аллерголог‑иммунологтары ассоциацияһы президенты (1996 й. алып).

Хеҙм.: История медицины в очерках и эссе. Уфа, 2010 (авторҙ.); Тематическая образовательная программа в аллергошколе для больных поллинозом. Уфа, 2011 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика