ҒӘЛИМОВА Венера Үзбәк ҡыҙы (6.2.1950, Үзбәк ССР‑ы Ҡолған‑Даръя а.), офтальмолог. Мед. ф. д‑ры (2000), проф. (2001). РФ‑тың (2005) һәм БР- ҙың (1998) атҡ. табибы. БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1973) Өфө күҙ ауырыуҙары ҒТИ‑нда, 1987 й. алып Бөтә Рәсәй күҙ һәм пластик хирургия үҙәгендә (Өфө; 1990 й. башлап дир. урынбаҫары) эшләй, бер үк ваҡытта 1998 й. алып БДМУ‑ның дипломдан һуң белем биреү ин‑тында уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге күҙҙең нәҫел ауырыуҙарын, шештәрен, травмаларын өйрәнеүгә арналған. Ғ. ҡатнашлығында күҙҙең селтәрле һәм тамырлы шекәрәһен, күреү нервыһын һ.б. хирургик дауалағанда “Аллоплант” трансплантация технологияһы эшләнә һәм дауалау практикаһына индерелә. 140‑тан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 21 уйлап табыу авторы. Башҡортостан комсомолы пр. лауреаты (1979).

Хеҙм.: Осложнённая глаукома. СПб., 2005; Национальное руководство по глаукоме для практикующих врачей. 2‑е изд., испр. и доп. М., 2011 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика