ҒӘЛИМОВ Шамил Нариман улы (2.11.1960, Өфө), биохимик. Мед. ф. д‑ры (2000), проф. (2002). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1984) шунда уҡ эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге кире экологик факторҙар йоғонтоһонда организмдың репродуктив функциялары боҙолоуының гормональ-метаболик механизмдарын һәм генетик маркерҙарын тикшереүгә арналған. Ғ. тарафынан андроген етешмәүсәнлеген һәм олигоспермияны иҫкәртеү һәм дауалау ысулдары эшләнә, улар респ. дауалау-иҫкәртеү учреждениеларында индерелгән. 250‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 14 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Гонадотропные эффекты феноксигербицидов в мужском организме. Уфа, 2001 (авторҙ.); Методы оценки репродуктивной функции мужчин: уч. пособие. Уфа, 2001 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика