ҒӘЛИЕВ Радик Гәрәй улы (15.6.1956, БАССР‑ҙың Миәкә р‑ны Яңы Ишле а.), стоматолог. Мед. ф. д‑ры (2004). БДМИ‑ны тамамлаған (1982), 1987 й. алып шунда уҡ эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге стоматолог-ортопедтарҙың һөнәри әҙерлек алымдарын камиллаштырыуға арналған. Ғ. “ИСТОК” интеграциялы стоматологик өйрәтеү комплексын, ауырыуҙарҙы диагностикалау һәм ортопедик дауалау алгоритмдарын эшләй һәм дауалау практикаһына индерә. 150‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 14 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Профессионально-педагогические проблемы медицинского образования. Уфа, 2009 (авторҙ.); Ортопедическая стоматология в многомерных моделях и алгоритмах. 2‑е изд., перераб. и доп. Уфа, 2010. 

 

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика