ҒАЙСИНА Мәрфуға Нурый ҡыҙы [29.12.1911, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Өйҙөрәкбаш а. (БР‑ҙың Благовар р‑ны) — 15.12.1984, Өфө], психиатр. Мед. ф. д‑ры (1969), проф. (1970). БАССР‑ҙың атҡ. табибы (1957). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1‑се Мәскәү мед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1936) Өфөлә Респ. психиатрия дауаханаһында, 1937—79 йй. БДМИ‑ла (1970 й. алып психиатрия каф. мөдире) эшләй. 1941—45 йй. эвакогоспиталдә эшләй, бер үк ваҡытта 1941 й. Өфө хәрби пехота уч‑щеһының санитария хеҙмәте начальнигы. Фәнни эшмәкәрлеге бөйөр ауырыуҙары, стафилококк хрониосепсисы, баш һөйәге травмалары ваҡытында нервы-психика боҙолоуҙарын  өйрәнеүгә арналған. 70‑тән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орд. м‑н бүләкләнгән (1957).

М.М. Ғатауллин

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика