ҒӘБДЕЛХАҠОВ Рәил Мөнир улы (7.2.1958, Өфө), анестезиолог-реаниматолог. Мед. ф. д‑ры (2009). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1981) 1985 й. тиклем Бәләбәй үҙәк ҡала дауаханаһында эшләй (1982 й. алып бүлек мөдире). 1987 й. башлап Респ. клиник дауаханаһында, 1989 й. — БДМУ‑ла (2000 й. алып дипломдан һуң белем биреү ин‑тының анестезиология һәм реаниматология курсы мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге интенсив терапияға һәм ашығыс хирургияла бешкән ауырыуҙарға күп тапҡыр дөйөм анестезия үткәреүҙә һөҙөмтәне күҙаллауға, ауыр механик йәрәхәттәр алған ауырыуҙарҙы дауалауҙы камиллаштырыуға арналған. Ғ. ҡатнашлығында бер нисә йәрәхәт алғанда цитогенетик боҙолоуҙарҙы коррекциялау ысулы эшләнгән. 120‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 1 уйлап табыу авторы.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика