ВЫЯСНОВСКИЙ Андрей Юлианович (1.12.1898, Подольск губ. Антоновка а. — 1970, Одесса ҡ.), психиатр. Мед. ф. д‑ры (1939), проф. (1940). Киев мед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1926) Киевта, 1928 й. башлап Ташкент, Харьков, Мәскәү, Пермь, Курск ҡҡ. психиатрия дауаханаларында һәм ҒТИ‑ларында эшләй. 1938 й. алып Әстерхан мед. ин‑тында, 1953 й. — Ставрополь мед. ин‑тында, 1954—59 йй. БДМИ‑ла психиатрия каф. мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге психик ауырыуҙарҙың, ш. иҫ. невроздар һәм неврозға оҡшаш хәлдәрҙең, алкоголь, наркотик матдәләр, инфекцион ауырыуҙар (бруцеллёз, тапма, вируслы энцефалит) тәьҫирендә, витаминдар етешмәүе (пеллагра) ваҡытында аҙыуын өйрәнеүгә арналған. В. баш мейеһе травмалары ваҡытында нервы‑психика ауырыуҙарының классификацияһын эшләй. 90‑дан ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Эрготизм. Пермь, 1937.

 

М.М.Ғатауллин

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика