ВЫРУПАЕВ Сергей Викторович (27.9.1946, Свердловск өлк. Баранчинский ҡсб), хирург. Мед. ф. д‑ры (2005). Свердловск мед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1971) Респ. клиник дауаханаһында, 1972 й. алып Әшә, Свердловск, Өфө ҡҡ. дауаханаларында эшләй. 1978 й. башлап Респ. онкология диспансерында, 2001 й. — Бөтә Рәсәй күҙ һәм пластик хирургия үҙәгендә (2006 й. алып бүлек мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге муйын һәм баш ағзаларының хирургик һәм онкологик ауырыуҙарын диагностикалауға һәм дауалауға арналған. В. ҡатнашлығында ҡолаҡ янындағы шайыҡ биҙе шешен хирургик дауалау ысулы, аҫҡы яңаҡ һөйәге етешһеҙлеген алмаштырыу өсөн ҡулайлама, эйәк өлөшөн пластикалау алымы һ.б. эшләнә. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 6 уйлап табыу авторы. 2‑се дәрәжә “Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” орд. миҙалы м‑н бүләкләнгән (2000).

Х е ҙ м.: Замещение дефектов тканей головы и шеи. Уфа, 2005 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика