ТАБИП‑ФИЗКУЛЬТУРА ДИСПАНСЕРЫ, дауалау‑иҫкәртеү учреждениеһы. Физик культура һәм спорт м‑н шөғөлләнгән кешеләрҙе (ш. иҫ. балаларҙы) мед. хеҙмәттәре, ш. уҡ халыҡты мед. реабилитацияһы м‑н тәьмин итә. Өфөлә урынлашҡан. Т.‑ф.д. составына спорт мед., тергеҙеү мед. һәм реабилитация, консультатив‑диагностика бүлектәре инә. Көнөнә 650 кеше ҡабул итеүгә иҫәпләнгән. 2010 й. 120‑нән ашыу кеше эшләгән; 13 меңдән ашыу кеше амбулатор ярҙам алған. 1952 й. Респ. клиник дауаханаһы эргәһендәге Т.‑ф.д. булараҡ асыла, 1984 й. алып Респ. табип‑физкультура диспансеры.

 

Н.С.Ҡотләхмәтов

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина